Ҡырымдан йылы сәләм28.09.2016
Ҡырымдан йылы сәләм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективына Ҡырым Республикаһының Ялта ҡалаһында йәшәгән башҡорттарҙан бик күп сәләм оҙатабыҙ.

Беҙ элек-электән “Башҡорт­остан”ды (ул ваҡытта әле “Совет Башҡортостаны”) яратып уҡыйбыҙ. 1976 – 1980 йылдарҙа хаттар бүлеге мөдире булып эшләгән Абдрахман ағай Баязитов беҙгә гәзит ебәреү юлын табып торҙо. Яҡташтар менән ҡулдан-ҡулға йөрөтөп туҙғансы уҡый торғайныҡ...
Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғас, рухи күперҙәр йәнә нығына бара. Форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” гәзитенең хәбәрселәре Ансар Нуретдинов менән Лариса Абдуллинаға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Улар беҙҙең яҡтарға шәхси йомоштары менән килһә лә, байрам бүләк итеп ҡайтты. Ошоғаса Лариса Абдуллинаны Али Карнайҙың улы Сәрим Карнай тураһында яҙған мәҡәләһе аша ғына белә инек. Үҙе килеп, шиғырҙарын уҡып, моңло итеп башҡорт йырҙарын башҡарыуы ысын мәғәнәһендә бүләк булды. Улы Хасбулат ҡурайҙа башҡорт милли көйҙәрен уйнағанда иһә үҙебеҙҙе Башҡортостанда кеүек хис иттек.
Үҙ эшен яратып башҡарған хәбәрселәр булғанда гәзиттең киләсәге яҡты. Барығыҙға ла ижади уңыштар, ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ, шатлыҡтар теләйбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Ижад ҡәләмдәре тупаҫланмаһын, халҡыбыҙҙың һулышын тойоп йәшәргә насип итһен.

Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.



Вернуться назад