Бүздәк районында 26 йәшлек егет, боролошта машинаһына идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан оса һәм бер нисә тапҡыр әйләнә. Һөҙөмтәлә шофер әллә ни зыян күрмәй, әммә эргәлә ултырған пассажир ҡыҙ авария урынында һәләк була. Өфө – Инйәр – Белорет юлында ике кешенең ғүмерен ҡыйған һәләкәт теркәлде. Тиҙлекте арттырыу сәбәпле, водитель “тимер ат”ын ауыҙлыҡлай алмай – “Мазда” машинаһы юлда өйөрөлөп, ҡаршы һыҙатта килгән “Шахман” йөк машинаһы аҫтына инеп китә. “Мазда”лағы пассажир һәм водитель шунда уҡ һәләк була.
Һуңғы бер тәүлек эсендә генә республика юлдарында 19 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Дүрт кеше һәләк булған, 23 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Һуңғы осорҙа республика юлдарындағы хәл борсоуға һала. Белгестәр билдәләүенсә, водителдәрҙең йөрөү тәртибе түбән булыуы, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүе ошондай фажиғәләргә килтерә лә инде.
Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.