Баймаҡтың “Ҡыҙыл башлығы”28.09.2016
Баймаҡтың “Ҡыҙыл башлығы” Үҙалдына уйнап йөрөгән Илсейә, өйҙә әсәһенең юҡлығын шәйләп, тиҙ генә кофтаһын, курткаһын эләктерә лә уны эҙләргә сыға. Әсәһенең күршеләге йортта бала тапҡан ҡатынға ярҙам итеүен белмәй ине ул.
...Ҡыҙ баланың юғалыуы тураһындағы хәбәр аяҙ күктә ялтлаған йәшен кеүек тәьҫир итә Йәрмөхәмәт халҡына. Көпә-көндөҙ күҙ менән ҡаш араһында юҡ булһынсы әле! Сит планета­ныҡылар урламанымы икән тигән уй ҙа килә бәғзеләрҙең башына. Уйларһың да, матбуғат баҫмалары шулар тураһында яҙып, телевизорҙар күрһәтеп тора лабаһа. Баланы дәррәү эҙләргә тотоналар. Полиция хеҙмәт­кәрҙәре, ирекмәндәр ауылдың һәр мөйөшөн, Мағаш йылғаһының буйын ҡапшап сыға. Ярҙамға хатта Әбйәлил, Ейәнсура, Сибай тарафтарынан килеп етәләр. Үкенескә ҡаршы, кисен дә, төнөн дә, иртән дә бала табылмай.
Икенсе көн төшкә табан урындағы егерь Йәрмөхәмәт менән 1-се Этҡол ауылдары араһындағы урман юлында баланың итек эҙҙәрен күреп ҡала. Кешеләр урманды тетеп сыға һәм курткаһын түшәп, йоҡлап ятҡан ҡыҙға юлыға. Бала туғыҙ саҡрым ара үтеп, шул тиклем арыған, хатта эт өргән тауыштарға ла уянмай. Әгәр волонтерҙар сабыйҙы күрмәй үтеп китһә, айыу мыжғып торған урманда уның менән нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс...
Илсейә тамағы туйып, йылынып алғас, ниңә сығып китеүен әйтә. Баҡһаң, 1-се Этҡолда йәшәгән өләсәһе янына барырға теләгән икән.
Күптән түгел ҡыҙыҡайға өс йәш тулған. “Яңынан тыуған” ҡыҙҙы ра­йон хакимиәте башлығы тәбрик­ләп, үҙе ҙурлыҡ ҡурсаҡ бүләк иткән.
– Беҙҙең Илсейәбеҙ күлдәк ме­нән тыуған! – ти хәҙер ата-әсәһе.
Бәхеткә күрә, бөтәһе лә әкиәт­тәге кеүек матур тамамланды. Шулай ҙа “Ҡыҙыл башлыҡ”тар әкиәттә генә ҡалһын ине...




Вернуться назад