Ошо көндәрҙә Өфөлә күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре С.Т. Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыу айҡанлы V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы үтәсәк. Сара уңайынан кисә баш ҡаланың Крупская урамында кадастр инженерҙарына – геодезистарға һәйкәл асылды. Проекттың төп инициаторы – Башҡортостан Республикаһының Росреестр идаралығы. Идеяны тормошҡа ашырыу иһә – ысын мәғәнәһендә тотош халыҡ акцияһы: был изге эшкә ике меңдән артыҡ кеше аҡсалата өлөш индергән. Улар, башлыса, ошо тармаҡ белгестәре. Һәйкәлде асыу хоҡуғы лайыҡлы рәүештә алдынғы ветеран-геодезистар Елена менән Леонид Хелпустарға бирелде.
Росреестр ойошмаһы етәксеһе Игорь Шеляков, байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре еткергәндән һуң, ойоштороу эштәрендә ихлас ярҙам күрһәтеүселәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Кем һуң ул геодезист? Был бик боронғо һөнәр. Ул Ер шарын ҡасан өйрәнә башлағандар, шунда барлыҡҡа килгән. Йәғни беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙә йәшәгән Герон Александрийский, Аристотель, һуңыраҡ Леонардо да Винчи кеүек шәхестәрҙең исемдәре лә ошо тармаҡ менән бәйләнгән. Ә бөгөн, ошо бөйөк ғалимдарҙың рухтарына мәҙхиә итеп, шул уҡ ваҡытта баш ҡалабыҙҙың мәҙәни картаһына яңы бит өҫтәп, ябай һәм егәрле Башҡортостан геодезистарына һәйкәл ҡуйҙылар. Һәйкәлдең авторы – билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Әйткәндәй, был Өфөлә ер белгестәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл түгел. Беренсеһе, ер үлсәүселәргә, 2011 йылда асылған ине.