Байҙар аяғын йәлләй, фәҡирҙәр – аяҡ кейемен...28.09.2016
Байҙар аяғын йәлләй,  фәҡирҙәр – аяҡ кейемен... Һаҡсыллыҡ һәр ваҡытта ла көнүҙәк булды һәм был сифат бөтә донъяға, һәр заманға хастыр, моғайын. Иҡтисади көрсөк заманында уны хатта алғы планға ҡуйырға ла тура килә. Ғаилә генә түгел, ә тотош дәүләттәр кимәлендә. Барлыҡ әйберен, хатта ашар ризығын да һаҡсыл тотоноп өйрәнгән беҙҙең халыҡҡа “билде ҡыҫып быуырға” күнегәһе түгел дә һымаҡ. Ә шулай ҙа...


Ә шулай ҙа Рәсәйҙә бер осор булып алды: 1991 йыл аҙағында ҡулаҡсаны тотоноу ауырлашҡайны, йәғни кеҫәлә аҡса бар, ә кибет кәштәләре буш. Тик был хәл оҙаҡҡа барманы, ярты йыл самаһы үтеүгә хаҡтарҙы иреккә сығарҙылар, улар элеккенән тиҫтәләрсә тапҡырға күтәрелеп китте, хәҙер инде хатта сағыштырмаса ҙур хеҙмәт хаҡың да теләгән бер продуктты алырға етмәйәсәк. Колбаса, кәнфит, һинд сәйе һәм башҡа шундай һирәк осраған ризыҡты һатып алып ҡалыр өсөн кибет асылырға ике-өс сәғәт ҡалғансы уҡ сиратҡа баҫырға өйрәнгән халыҡ аптырап ҡалды: тауар хәҙер тулып ята, тик янсыҡ һайыраҡ.
Ошо дәүерҙә һаҡсыллыҡ зарурлығы аңыбыҙға ысын мәғәнәһендә үтеп инә башланы. Әммә аҡыллы һаҡсыллыҡ өсөн мәҙәни тормоштоң да билдәле бер кимәлгә етеүе кәрәктер ул. Мәҫәлән, хәлле кеше бик күп ҡунаҡ саҡырып һәм үтә ҡиммәтле бүләктәр биреп туй уҙғара икән, уның туған-тыумасаһы ла ҡалышмаҫҡа тырыша. Автомобиль һатып алыу йәки баланы абруйлы уҡыу йортона “урынлаштырыу” буйынса ла шулайыраҡ ине. Ләкин артабан баҙар иҡтисады һәр кемде үҙ урынына ҡуя, аяғын юрғанына ҡарап һуҙырға өйрәтә башлай.
Хәҙерге осорҙа реаль килемдең кәмей барыуы (ә күп тармаҡтарҙа номиналь килем дә аҙая) ғаилә ҡаҙнаһын тотоноуға ла яуаплыраҡ ҡарарға мәжбүр итә. Һуңғы ун йылда беҙҙең илдә шәхси финансына дөрөҫ идара итеү менән ҡыҙыҡ­һыныусылар – үҙ килемдәре һәм сығымдарын иҫәпләп барыусылар – һаны биш тапҡырға артты. Бындай бухгалтерия ғаилә аҡсаһын “юҡ-бар”ға тотонмай, 30 процентҡа хәтлем экономияларға мөмкинлек бирә икән.
– Семинарҙа кешеләр менән һөйләшкәндә: “Кем үҙ сығым­да­рын хәтерҙә тотоп ҡына ҡалмай, ә ҡағыҙҙа яҙып бара?” – тип һорайым. Элек ҡул күтәреүселәр 10 проценттан ашмай ине, хәҙер ыңғай яуап биреүселәр аудито­рия­ның яртыһына яҡынлаша башланы, – тип яуап бирҙе Финансты планлаштырыу институты эксперты Сергей Макаров.
Уның раҫлауынса, сығымда­рыңды ике-өс ай самаһы яҙып барғас ҡына, йылдар буйы донъя өсөн кәрәге теймәгән әйберҙәрҙе лә һатып алып йәшәгәнеңде, эске ихтыяжыңдың асылын төшөнәһең.
– Беҙҙең курстарға йөрөүсе­ләрҙән “Һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә?” тип һорағаным да булды, – ти эксперт. – “Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – һаулыҡ”, – тип яуап бирәләр. Ә сығымдарын барлай башлаһаң, бының киреһе асыҡ­лана, һаулыҡҡа зыян килтереүсе һәр төрлө ризыҡ һатып алыуға ғаилә ҡаҙнаһының 20 процентына саҡлы тотонола. “Һеҙ әле кемде алдайһығыҙ – минеме, үҙегеҙ­ҙеме?” – тим.
Статистика күрһәткестәренә ҡараһаң, Рәсәй гражданының шәхси ҡаҙнаһының биш проценты ғына һаулыҡ һаҡлауға сарыф ителә, ә бына иҫерткес эсем­лектәргә һәм ял итеүгә бик үк йәлләп тормайҙар.
Белгестәр кәңәш итеүенсә, был йәһәттән иң зарур булғаны – финанс хәүефһеҙлеге өсөн аҙлап-аҙлап тупланма булдыра барыу. Әйтәйек, эшһеҙ тороп ҡалырға тура килһә. “Беҙҙең генә хәйерсе эш хаҡынан күпме арттырып ҡалдыраһың инде...” – тигән мыжыуҙар бында хәҡиҡәткә тура килеп бөтмәй. Бөтә ғиллә шунда – ғаиләнең йәки шәхси ҡаҙнаңды белеп тотоноуҙа. Аҡсаның артығы булмай, һуңынан сарыф ителәсәк ҙурыраҡ сығымдар өсөн һалып ҡуйылғаны ғына бар. Әгәр ҙә 2014 йылда Рәсәйҙә һәр мең кешегә 258 автомобиль тура килһә, былтырғы мәғлүмәттәр буйынса был күрһәткес 284 дана булды, сит ил маркаларының дөйөм автопарктағы өлөшө 53 процентҡа етте. Тимәк, һәр икенсе ғаилә автомобилгә эйә, ә һәр алтынсы ғаиләнең ике йәки бер нисә машинаһы бар. Бына һиңә “хәйерсе эш хаҡы”... Тик шуныһы: беҙҙең халыҡ “тимер ат”ты кредитҡа һатып алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Банкка автомобиль хаҡынан тыш байтаҡ процент түләргә кәрәк булыуы ла ҡурҡытмай. Ә бына килемдәрен белдекле тотоноп, аҡсаһын банкта туп­лап (был ос­раҡта, киреһенсә, процент үҙенә килә бит), шунан ғына автомобиль алыу­сылар бик һирәк. Күрәһең, һаҡсыл тотона ла белмәйбеҙ, түҙемлек тә юҡ.
Беҙҙең илдә шәхси инвестициялар менән шөғөлләнеү финанс белгесе булмаған кешеләр араһында бик һирәк таралған. Уңышлы инвестиция (табыш вәғәҙә иткән эшкә аҡса биреү) банкка һалынған аҡсанан алынған проценттар менән сағыштырырлыҡ та түгел, әлбиттә. Тик бының өсөн аҡсаңды ҡайҙа йүнәлтергә, отоу йәки отолоу ихтималлығы күпме, иҡтисади фаразды нисек даими күҙәтеп һәм аңлап барырға – былар бөтөнөһө белемле булыуҙы талап итә.
Инвестиция яһарға йыйыныусы кеше алдына тағы бер мәсьәлә килеп баҫа: дәүләттең һәм хосуси кимәлдәге финанс институттарына ышаныс. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында һаҡлыҡ банкыһындағы аҡса тупланмалары юҡҡа сыҡҡан халыҡты ниндәйҙер үҙе бик аңламаған акциялар йәки облигациялар һатып алырға ышандырыуы ҡыйын. Бер саҡ АҠШ-тың Юта штатында дини секта кешеләренең ярым емерек йорттарҙа йәшәүен күреп аптырағандар икән. “Ни өсөн йәшәгән урынығыҙҙы йүнәтеп, матурлап ҡуймайһығыҙ?” тип һорағас, улар оҙаҡламай ахырызаман буласағы тураһында әйткән: дини ойошма етәксеһе был турала сектанттарға ярты йыл һайын “прогноз” биреп тора икән. Тиҙҙән ахырызаман булғас, йәнәһе, ниңә торлаҡты ремонтлап мәшәҡәтләнергә?
Беҙҙә лә шулай: матбуғатта иҡтисади көрсөктөң тағы ла нығыраҡ көсәйәсәге тураһында гел яҙып торалар икән, нисек үҙ аҡсаңды табыш килтереү-килтермәүе билдәһеҙ булған эшкә тотонорға? Йәнә килеп финанс белеме талап ителә. Ә бындай сифатҡа эйә булыусылар көрсөктән бер илдең дә азат булмауын белә, әммә улар ил иҡтисадына идара итергә түгел, фәҡәт үҙ аҡсаларын отошло урынға йүнәлтергә генә йыйына бит.
Финанс ғилемен тәүге төшөнсәләр һәм ғаилә сығымдары кимәлендә генә булһа ла күтәреү хәҙерге ҡатмарлы заманда көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Быйыл 24 октябрҙән 31-енә саҡлы Рәсәйҙең Финанс министрлығы Үҙәк банк менән берлектә Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығы үткәрәсәк. Уның маҡсаты – ил халҡының финанс буйынса грамоталылығын яҡшыртыу, аҡса менән эш итеү оҫталығын арттырыу.





Вернуться назад