Атаһынан ҡалған мираҫ28.09.2016
Атаһынан ҡалған мираҫЭрнст Сәйетов менән бик оҙаҡ йылдар элек Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегендә танышҡайным. Был танышыуға улым рәссам Юлай Әминевтең ошонда белем алыуы сәбәп булғайны. Һынлы сәнғәт кафедраһында рәссам-педагогтар Азамат Байрамғолов, Ринат Вәлиуллин, Эрнст Сәйетов, ә оҫтаханала рәссам-студенттар менән дә рәхәтләнеп аралашып, уларға өмөт бағлай инем.

Педагог-ҡылҡәләм оҫталарының маһир­лығына һоҡланыуымдың сиге юҡ: студент­тарҙың коридорға элен­гән картиналары ғына ни тора! Йәш рәссамдар тәрбиәләгән педагогтар тураһында яҙғаным булһа ла, ниңәлер Эрнст Сәйетов хаҡындағы һүрәтләмәм оҙаҡҡа тотҡарланды. Йә ваҡыт табылманы, йә башҡа сәбәптәре сығып торҙо. Шулай ҙа теләгем тормошҡа ашты, тик, үкенескә ҡаршы, үҙе иҫән саҡта уҡый алманы ағай...
Тормошта Эрнст Сәйетов кешелекле, ярҙамсыл, тиҙ әҫәрләнеүсән һәм нескә күңелле кеше булды, студенттарға ифрат ярҙамсыл, иғтибарлы, ихтирамлы ине. Улым Юлайҙың портрет жанрындағы һә­ләттәрен алдан күрә белде, дәрт­ләндерә торғайны, кәңәштәрен йәлләмәне – шуға рәхмәтлебеҙ. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған улым төндәр буйы ҡыбырламай бер позала ултыра торғас, “Әсәйем­дең портреты” тигән ике картина­һын яҙҙы. Икеһе лә уңышлы килеп сыҡты: башҡорт ҡоролтайҙарында, студент­тарҙың Силәбе, Һарытау күргәҙмәләрендә ҡуйылып яҡшы баһа алды. Әйткәндәй, тәү­геһе Силәбе дәүләт художество музейында һаҡлана. Дүртенсе курста диплом яҡлағанда Юлай Әминевте Э. Сәйетов Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында уҡыуын дауам итергә дәртлән­дерҙе, хатта училищенан рәсми йүнәлтмә лә хәстәрләне. Бына шундай киң күңелле, ҡайғыр­тыусан кеше ине рәссам Эрнст Сәйетов.
Эрнст Миңләхмәт улы 1936 йылда Өфөлә тыуа, ләкин бала сағы Ишембай районының Юлдаш (Воскресенск) ауылында уҙа. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа ағаһы менән өләсәһе ҡарамағында тороп ҡала. Ярлы­лыҡ­тан, аслыҡтан интеккән, ҡараусыһыҙ, яр­ҙамһыҙ ҡалған 13 йәшлек малай 1949 – 1953 йылдарҙа Өфөгә Совет Армияһының хәрби музыканттар әҙерләүсе мәктәбенә уҡырға килә. Исмаһам, бында көнөнә 600 грамм икмәк бирәләр, өҫтәүенә профессия ла алаһың, бәхет бит!
Үҫмерҙең музыкаға оҫталығы уҡыуын еңеләйтә, Эрнст йыр сәнғәтен тырышып өй­рәнә, музыка һынлы сәнғәткә һөйөүен тағы ла көсәйтә. Йәш музыканттарҙы ваҡыты-ваҡыты менән баш ҡала музейҙарына ла йө­рөтәләр. Шунда Эрнст А. Саврасов, И. Ре­пин, В. Суриков, В. Перов, М. Нес­теровтың картиналарына ғашиҡ була – сәғәттәр буйы улар янында сихырланған кеүек баҫып тора.
А. Саврасовтың 1863 йылда ижад ителгән “Өй пейзажы”, М. Нес­теровтың “Сергиев циклынан” картиналары егетте шул тиклем әҫәр­ләндерә – ул рәссам булырға ҡарар итә. Һәм, ниһайәт, хыялы тормошҡа аша: 1962 – 1968 йылдарҙа ул Ленинград ҡа­лаһындағы И.Е. Репин исемендәге живопись, скульптура һәм архитектура институтында белем ала.
Э. Сәйетовтың рәссам булып формалашыуында реализм традицияларына тоғролоҡ һаҡлаған уҡытыусыларының йоғонтоһо ҙур була. Етмәһә, уларҙың барыһы ла ауылдан сыҡҡан һәләттәр, ауыл тормошон яҡшы беләләр. Йәш рәссам уларҙан стиль, ритмика, яҫылыҡ һәм күләм үҙенсәлектәре, образдар пластикаһы һәм ро­мантикаһы, күләгә төҫөн дөрөҫ биреү, композиция ҡоролошо кеүек мөһим әйберҙәргә өйрәнә – быларҙың барыһы ла уның ижадында ҙур сағылыш таба. Рәссам матбуғат графикаһында ла ҙур уңышҡа өлгәшә һәм был тәңгәлдә бала саҡта атаһынан өйрәнгәндәре ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, студент Сәйетов графика факультетында йөҙөп йөрөп ижад итә, офорт, литография, линогравюра, акварель, рәсем, китап иллюстрациялау кеүек жанрҙарҙа яҙыу оҫталығын камиллаштыра.
Э. Сәйетовтың башҡорт милли һынлы сәнғәтенә хеҙмәт итә башлауы 1960 йылдар башына тура килә. Рәссам 1970 йылда ойош­торолған тәүге күргәҙмәлә үк сәнғәт һөйөүселәрҙең ихтирамын яулай: Ленинград мәктәбен үткән рәссам графика, гравюра, линогравюра жанрҙарында үҙен нескә лирик, эмоциональ образдар оҫтаһы һәм интеллек­туаль рәссам итеп таныта. Эрнст Миңләхмәт улы 1965 йылда “Колхозсылар” автолитогра­фияһын яҙа. А.Ф. Пахомов оҫтаханаһында студент саҡтан үҙен психологик портрет оҫтаһы итеп танытҡан рәссамдың был полотноһы образдар лирикаһы, эске моңо һәм поэтиклаштырылған темаһы менән һоҡландыра.
Тәүге әҫәрҙәрендә Э. Сәйетов заманға хас тема – индустриялаштырыу, Башҡортос­танда барған мөһабәт төҙөлөштәрҙе һү­рәтләй. Был темаға ижад ителгән тәүге кар­тинаһы “Башҡортостан – нефть республи­каһы” тип атала. Йәйге каникулда булһынмы, практикаламы, йәш рәссам нефть промыслаларына ашҡына, ил буйлап сәйәхәт итә, Ишембай, Салауат, Стәр­летамаҡ ҡалала­рында йыш була, сит илдәргә лә сәфәр ҡы­ла. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Башҡортостанды бер ваҡытта ла онотмай. Бала саҡтан күңелендә моңло бер йыр кеүек һаҡланған Юлдаш, Воскресенск ауылдарына тәрән мөхәббәт һаҡлай ул: һуғыш йылдарында башаҡ йыйған ауылдаштарын, иген яландарында, сөгөлдөр баҫыуҙа­рында иртәнән кискәсә тырышып эшләгән егәрле колхоз­сыларҙы бер ваҡытта ла онотмай, улар хаҡында аҡҡош йыры булырҙай картина яҙырға хыяллана.
Һуңынан үҙе билдәле рәссам булып киткәс, студенттарҙы ла ошо ауылдарға этюдҡа йөрөтә. Йәш­тәргә, шул иҫәптән улым Юлайға ла, Башҡортостан тәбиғәтенең ошо гүзәл төбәге иҫ киткес оҡшай торғайны. Офорт стилендәге “Ауылда”, “Аттар”, “Башҡорт ауылында”, “Утауҙағы ҡатын-ҡыҙҙар”, “Бесәндә”, “Тәүге дәрес”, “Баш­ҡортостан 30-сы йылдарҙа. Тәүге трактор”, “Ҡымыҙ эшләүселәр һәм һалам әҙерләү­селәр”, “Уңыш йыйыу”, “Көтөүсе” кеүек билдәле картиналарын Э. Сәйетов бәрәкәтле Ишембай ерендә яҙған.
60 – 70-се йылдар рәссам өсөн айырыуса уңышлы була. Ҡылҡәләм оҫтаһы литографияла иң сағыу әҫәре – “Колхозсылар” картинаһын тыуҙыра. Виртуоз пластикалы, теүәл формалы, ҡатмарлы тонда ижад ителгән был әҫәрҙә ергә береккән ауыл кешеләренең тормошо ышандырғыс буяу­ҙарҙа бире­лә. Ҡатмарлы композицияға ҡорол­ған, лирик планда ижад ителгән был әҫәрҙә 70-се йылдар ауылы­ның тормошо кәүҙәләнә, хеҙмәт кеше­һенә дан йырлай. Ҡалала тыуып үҫкән рәссамдың крәҫтиән тормошон яҡшы белеүе күңелдә матур тойғолар ҡалдыра – әҫәр 60-сы йылдар өсөн күренеш булараҡ ҡабул ителә.
Рәссам Э. Сәйетов тынғыһыҙ ижад эшен уҡытыу менән бергә алып бара: ул 30 йыл ғүмерен һынлы сәнғәт оҫталары тәрбиәләүгә арнай. Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегендә, Заһир Исмәғилев исемен­дәге Өфө сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында уҡытыуҙан тыш, йәш рәссамдар тәрбиәләү, уларҙың күр­гәҙмә­ләрен ойоштороу менән шө­ғөл­ләнә, профес­сор, живопись ка­федраһы мөдире вази­фаһына тиклем күтәрелә. Бөгөн Э. Сәйетовта белем алған Наил Байбурин, Фәйзрахман Исмәғилев, Сергей Игнатенко, Ринат Харисов, Михаил Копьёв, Илдар Бикбулатов, Йәлил Сөләймәнов, Әмир Мәжитов кеүек рәссамдар Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә билдәле.
Эрнст Сәйетов тынғыһыҙ ижадын йәмәғәт эштәре менән бергә алып бара, быға ул ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәй. 1980 – 1985 йылдарҙа Башҡортостан Рәссам­дар союзы идараһы рәйесе ине, 1981 – 1986 һәм 1996 йылдарҙа РСФСР Рәссамдар союзы идара­һының яуаплы секретары вазифа­һын башҡара, республика, Рәсәй, сит ил күргәҙмәләрендә, Силәбе, Мәскәү, Ленинград, Магнитогорск, Ноҡос ҡалала­рында ойошторолған күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашты. Рәссамдың тырыш хеҙмәте юғары баһалана: уға Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостандың халыҡ рәссамы тигән маҡ­таулы исемдәр бирелә. Ул – Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.
– Рәссам булырға бала саҡтан хыялландым, был миңә атайымдан ҡалған аманат, – тигәйне Эрнст Миңләхмәт улы бер әңгә­мәлә. – Атайым һүрәт төшөрөүгә әүәҫ булды. Өфөлә өлкә гәзиттәре нәшриә­тендә цинкограф, фотограф булып эшләне. Линогравюра оҫтаһы ла ине. Уның гәзиткә һүрәт баҫҡанын сәғәттәр буйы күҙәтә торғайным. Был минең өсөн мәңге онотолмаҫ­лыҡ мөғжизә булып ҡалды.
Мөғжизәле әҫәрҙәр авторы Э. Сә­йетовтың картиналар коллекцияһы бөгөн М.В. Нес­теров исемендәге Башҡорт дәүләт художест­во музейында һаҡлана, ҡайһы берҙәре Ырымбур, Красноярск, Ноҡос һәм Магнитогорск дәүләт музейҙары милке булып тора.




Вернуться назад