Үпкәләү, хәтер ҡалыу, үсегеү – теге йәки был кимәлдә бөтөн кешеләргә лә хас тойғо. Үпкәләү йөгө күңелде яман уйҙар менән күмә, кәйефте төшөрөп, тормошҡа ҡыуанырға, уның шатлыҡтарын тойорға ҡамасаулай, эстән генә, ағасты ашаған ҡорт кеүек, кешене кимерә, күңел тыныслығынан яҙҙыра.Үпкәләп барыуҙың тамырҙары ниҙә?
Беренсе сәбәп: күп кенә үпкәсел кешеләргә һауаланыу, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу, тирә-йүндәге кешеләрҙең фекерҙәрен тыңлай белмәү хас. Бындай кеше “минеке генә дөрөҫ”, “барыһы ла мин теләгәнсә булырға тейеш” тигән принциптарҙан сығып эш итергә ярата. Берәй нәмә уныңса булмаһа, кемдер уның фекере менән килешмәһә, үпкәләргә лә күп һорамай.
Икенсе сәбәп – кешенең үҙ-үҙенә баһаһы түбән кимәлдә. Үҙен йәлләтергә ярата, ул уйлағанса йә теләгәнсә килеп сыҡмаған осраҡтарҙа: “Шулай инде, минең менән берәүһе лә иҫәпләшмәй, минең фекер берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел”, – тип бар донъяға ла, кешелеккә лә үпкә тоторға аптырамай.
Үпкәләү – үҙ-үҙеңә йүнәлтелгән агрессияның бер төрө. Үпкәсел кеше уйҙарында хәтере ҡалған ваҡиғаға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта, ни өсөн уға насар, нахаҡ мөнәсәбәттә булдылар икән, тип уйлана, асыулана, үҙен йәлләй, ә уны үпкәләткән кеше, бәлки, был турала бөтөнләй онотҡандыр ҙа…
Үпкәләү бөтөн кешеләргә лә хас тойғо тип баштан уҡ әйтеп үткәйнек. Әммә ҡайһы бер кешеләр юҡтан ғына оло сәбәп табып, халыҡ теле менән әйткәндә, “ҡыйшайырға әҙер тора”. Икенселәрҙе үпкәләтеү еңел түгел, улар конфликтлы хәл-ваҡиғанан да дөрөҫ һығымта яһап, үҙҙәренең баһаһын төшөрмәй, лайыҡлы сыға беләләр. Ҡайһы бер психологтар фекеренсә, үпкәләү – ул күңел ялҡаулығының билдәһе, сөнки килеп тыуған хәл-ваҡиғаны үпкәләү юлы менән түгел, ә икенсе ыңғай юҫыҡта яйларға тырышыу кешенән аҡыл, сабырлыҡ, үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеүҙе, проблеманы хәл итеүҙең башҡа юлдарын барлауҙы талап итә. Ә үпкәсел кешенең ғәҙәте билдәле: үпкәләне лә ситкә китте. Тик бының менән генә сетерекле хәлде, аңлашылмаусылыҡты хәл итеп булмай.
Артыҡ үпкәселлек
нимәгә килтерә?
Үпкәләү ике яҡлы була. Беренсенән, ул кешенең тирә-йүндәге кешеләр менән мөнәсәбәтендә сағылыш таба: үпкәсел кеше менән аралашырға берәү ҙә атлығып бармай, уның менән бер-береңде аңлауға, хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән тигеҙ мөнәсәбәттәр ҡороу ҡатмарлы. Икенсенән, ул кешенең күңелен ағыулай, һаулығын ҡаҡшата. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең үпкәһен йылдар буйы онотмай, саҡ ҡына хәтере ҡалһа ла оҙаҡ ваҡыт ғәфү итә алмай. Бындай хәл-торош уның сәләмәтлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Үпкәләрен, асыуҙарын эстәрендә йыйған кешеләр йөрәк менән бәйле сирҙәргә йышыраҡ дусар була, иммунитеттары насарая, депрессияға тиҙерәк бирешеп бара.
Үпкә хистәренән
нисек арынырға?
Башта үҙегеҙҙең хис-тойғоғоҙҙо ипкә килтерергә кәрәк. Ни өсөн тап шул һүҙҙәргә, хәл-ваҡиғаға һеҙҙә ошондай реакция тыуҙы? Хәтерегеҙҙе ҡалдырған һүҙҙәр нимәһе менән күңелегеҙгә үтеп инеп, һеҙҙе эләктереп алды? Килеп тыуған конфликтты анализлап, шундай һығымта яһарға кәрәк: һеҙҙе үпкәләткән кеше хаҡлымы, юҡмы? Әгәр ҙә уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар икән, бында үпкә тотоу ҙа урынһыҙ, сөнки “дөрөҫ һүҙгә үпкә юҡ”. Был тормош тәжрибәһенән үҙегеҙгә һабаҡ алығыҙ ҙа кире хәл-ваҡиғаны оноторға тырышығыҙ. Әгәр ҙә хәтерегеҙҙе ҡалдырған кеше хаҡлы булмаһа, уның менән һөйләшеп аңлашырға була. Тик был һөйләшеү икәү-ара ғына, шаһиттарһыҙ, тыныс юҫыҡта үтергә тейеш, һалҡын ҡанлылыҡ, тыңлай белеү, күңелегеҙгә нимә оҡшаманы, шуны икенсе кешегә еткерә алыу был осраҡта ҙур роль уйнай. Мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса башланған эш яңы үпкә хистәре тыуҙырған талаш-тартышҡа әйләнеп китмәһен.
Кешегә уй-хистәреңде асып биреү, әлбиттә, еңел эш түгел. Әгәр ҙә бындай һөйләшеүгә әҙер түгелһегеҙ икән, үпкә тотоп йөрөгән кешегеҙгә хат яҙырға ла була. Хатта барлыҡ ярһыуығыҙҙы, үпкәгеҙҙе асып бирә алаһығыҙ, күңелегеҙ шунда уҡ үҙенә ниндәйҙер һиллек табыр. Аҙаҡтан был хатты адресатына ебәреү ҙә мөһим түгел. Йыртып ташларға ла, хаттан да, үпкә хистәренән дә ҡотолорға мөмкин.
Ә шулай ҙа иң мөһиме – шуны аңлау: һәр кеше үҙенең шәхси фекеренә хаҡы бар, уның менән килешәһегеҙме-юҡмы – быныһы инде шәхсән һеҙҙең эш. Үпкәләү-үпкәләмәү ҙә тик үҙебеҙҙән генә тора. Зигмунд Фрейд һүҙҙәре менән әйткәндә: “Кешене үпкәләтеү мөмкин түгел, кеше үпкәләй генә ала”.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.