Ауыртҡан башҡа – тимер таяҡ27.09.2016
БМО-ның Нью-Йорктағы штаб-фатирында үткән саммитта телмәр тотоп, Греция премьер-министры Алексис Ципрас
Европа союзының мигранттар мәсьәләһе тыуҙырған глобаль көрсөктө йырып сығырға ярҙам итеүен һораған.

Хәл ысынлап ҡатмарлы һәм күмәкләмәйенсә яйға һалырлыҡ түгел. Һуңғы йыл ярым эсендә генә Греция биләмәләре аша Европа илдәренә Сүриәнән, Ираҡтан, Афғанстандан, Пакистандан һәм Төньяҡ Африка илдәренән 1,5 миллион самаһы ҡасаҡ үткән. Йәмғиәттә миграция менән бәйле ризаһыҙлыҡтар башланып, күп кенә дәүләттәр үҙ сиктәрен япҡас, ошо ағымдан 60 мең тирәһе кеше гректар араһында тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл буйы иҡтисади көрсөк менән көрәшкән илгә ҡасаҡтарҙың социаль-көнкүреш проблемалары ла өҫтәлгән.
Ципрас әфәнде халыҡ-ара берләшмәне теләктәшлеккә өндәгән мәлдә, Грецияның Мория ҡалаһындағы мигранттар лагерында ҙур янғын сыҡҡан. “Ҡунаҡсыллыҡ үҙәге”н йәшәү шарттарынан ҡәнәғәт булмаған ҡасаҡтар үҙҙәре үртәгән икән. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, быға Сүриә һәм Афғанстан граждандары араһындағы низағтар, урындағы милләтселәрҙең мыҫҡыллауҙары һәм янауҙары ла сәбәпсе. Нисек кенә булмаһын, лагерь тулыһынса янып бөткән, дүрт меңдән ашыу кешене ҡотҡарырға тура килгән...


Вернуться назад