“Ҡунаҡ”тар ялҡытҡан27.09.2016
Францияның төньяғындағы Кале ҡалаһы Бөйөк Британияға барып эләгергә тырышҡан рөхсәтһеҙ күскенселәр арҡаһында барлыҡҡа килгән проблемалары менән “дан” алған. Бәләнән ҡотолоу ысулдарын эҙләй торғас, унда быйыл ҙур диуар төҙөргә тотонғандар.


Дүрт метр бейеклектәге бетон ҡоролма портҡа илткән юлды ҡапларға тейеш. Был урындан әле көн дә Ла-Манш йүнәлешендә йөҙҙәрсә йөк машинаһы үтә. Уларға халыҡ телендә “джунгли” тип аталған ҡасаҡтар лагерынан ураған һайын һөжүм ойошторалар. Ошо тирәлә йәшәгәндәргә муниципалитет етәкселә­ренән генә түгел, үҙәк власть органдарынан да проблеманы тиҙерәк яйға һалыуҙы талап итеүҙән башҡа сара юҡ. Һөҙөмтә бар, әлбиттә: быйыл март айында “джунгли”ҙың көньяҡ өлөшө емерелгән, яңыраҡ йыл аҙағынаса ҡалған торлаҡты ла алып ташларға вәғәҙә биргәндәр. Тимәк, Судан, Эритрея, Сүриә һәм Афғанстан яҡтарынан килеп һыйынған 8 – 10 мең ҡасаҡты ҡайҙалыр күсерергә кәрәк.
Был мәсьәлә иһә тағы ла ауырыраҡ. Францияның йәшәр урыны булмағандарға тәғәйенләнгән дәүләт биналары сит ил граждандары менән былай ҙа лыҡа тулы. Ҡасаҡ ҡына икәнлегенә ҡарамай, күптәре уңайлы шарттар талап итә, хатта ошо илдә төпләнеп ҡалырға теләк белдерә. Француздарҙа социаль хеҙмәтләндереү кимәле бик шәптән түгел, әммә барыбер ундағы хәлде Азиялағы, Африкалағы мәхшәр менән сағыштырып булмай инде.
Францияның эске эштәр министры Бернар Казнев әмәлен тапҡан: Кале ҡалаһындағы лагерь бөтөрөлгәс, ундағы халыҡ илдең төрлө биләмәләренә таратыласаҡ. Полиция етәксеһе үҙенең директиваһы аша урындағы хакимиәт­тәрҙе ҡасаҡтарҙы ҡабул итер өсөн әҙерлекте башлау тураһында иҫкәрткән дә инде.
Ә халыҡтың ризалығын һорағанмы һуң министр? Юҡ, әлбиттә. Шунлыҡтан рөхсәтһеҙ күскенселәрҙе урынлаштырыу күҙалланған ҡайһы бер ҡала һәм ҡасаба­ларҙа, мәҫәлән, Сен-Бревенда, Аллекста протест акциялары ойошторолған, йоҙроҡ һуғышына тиклем барып еткән. Сәйәси фирҡәләр ҙә ил төбәктәрендә яңы “джунгли”ҙар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы сыҡҡан.
Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп китәйек: яңыраҡ ГФР канцлеры Ангела Меркель үҙенең мигранттарға ҡарата алып барған сәйәсәтен хаталы тип таныған. 2015 йылдың икенсе яртыһында ул, Европаға ағылған ҡасаҡтарға киң юл асып, бөтә донъяға аҡыллылыҡ һәм кешелеклелек өлгөһө күрһәтергә теләгәйне буғай: беренсенән, берәүҙәр Яҡын Көнсығышты туҙҙырған мәлдә, Европа шуның ҡор­бандарын ҡурсалай; икенсенән, инде ҡартайып, һөрһөп барған йәмғиәт йәш, әүҙем кешеләр менән тулылана; өсөн­сөнән, эшсе көс арта... Бөтөнләй киреһенсә килеп сыҡты шул.


Вернуться назад