Өмәгә сыҡ!27.09.2016
Өмәгә сыҡ! Уҙған шәмбе Өфөлә ойошторолған өмәгә
70 меңдән ашыу кеше сыҡты. Сарала ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.


Өмәгә 800 берәмек техника йәлеп ителде. Урамдар, парктар, йорт яны биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды һәм йәшелләндерелде. 457 ағас үҫентеһе, 200-ҙән ашыу ҡыуаҡ ултыртылды, 3700 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды.
Санитар айлыҡ ваҡытында Яңы Черкассы ауылы эргәһендәге “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” полигоны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын бушлай ҡабул итә. Өмә көндәрендә барлыҡ предприятиелар ҙа бында сүп-сарҙы килтерә ала.
Айлыҡ 20 октябргә тиклем дауам итәсәк.


Вернуться назад