Шүлгәнташта музей буласаҡ27.09.2016
Шүлгәнташта музей буласаҡ Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Музей палеолит осоро һүрәттәрен һаҡ­лауҙың халыҡ-ара стандарттары буйынса төҙөләсәк. Проект­тың автор­ҙары – Кү­семһеҙ мәҙәни ми­раҫты һаҡлау һәм файҙа­ланыу буйынса фәнни-етеш­тереү үҙәге белгестәре Фран­циялағы “Ласко”, “Шове”, “Руфиньяк”, “Арси-сюр-Кюр” һәм Испаниялағы “Альтамира” музейҙарының тәжрибәһен өйрәнгән.
Проект тормошҡа ашырылыу менән Шүлгәнташ мә­мерйә­һенең үҙенсәлектәрен тикшереү буйынса эш киңерәк йәйелдере­ләсәк, туристар һаны ла бермә-бер артасаҡ.
Музей комплексын ике йыл эсендә төҙөргә планлаштыралар. Бының өсөн 350 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.



Вернуться назад