Урыҫ мәктәбендә — Салауат рухы22.03.2012
Урыҫ мәктәбендә — Салауат рухыМәктәп менән ғаиләне киләсәк быуынды тәрбиәле, белемле, халҡының ышаныслы алмашсыһы итеп тәрбиәләү маҡсаты берләштерә. Был йәһәттән элек-электән ата-әсә менән бер рәттән уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлана.
Һуңғы йылдарҙа белем биреү өлкәһе төрлө реформанан ауырлыҡ кисереүенә ҡарамаҫтан, педагогтарҙың күбеһенең хеҙмәтенә, бурысына тоғро ҡалыуы һөйөнөслө. Былтыр декабрҙә тап ошондай уҡытыусы Зәбирә Шәрифуллина менән таныштым. Шунда уҡ уртаҡ тел табып һөйләшеп киттек. Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған 116-сы урыҫ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә икән. Телмәренән үк ысын тел уҡытыусыһы, тыуған төйәге — Салауат районының патриоты икәне аңлашылды.
Зәбирә Ким ҡыҙы менән ул эшләгән мәктәптә, Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән кисәлә тағы ла осраштыҡ. Сарала милли матбуғат баҫмаларынан вәкилдәр ҙә булды. Мәктәптең китапханаһында гәзит-журналдарыбыҙҙың булыу-булмауын белештем, уларға яҙылыу кәрәклеген аңлаттым.
Кисәгә килгәндә, зал балалар менән шығырым тулы ине. Экранда Рәми Ғарипов тураһында бер туҡтауһыҙ мәғлүмәт бирелә, өҫтәлдә — ижадына арналған альбомдар. Балалар әкрен генә ағылған “Салауат” композицияһы моңо аҫтында Зәбирә Ким ҡыҙының һәр һүҙен иғтибар менән тыңлай. Ғүмеренең 30 йылын белем биреүгә арнаған уҡытыусының “халҡым”, “телем” һүҙҙәренә ҙур баҫым яһау барыһын да тетрәндерҙе.
Сара фәҡәт башҡорт телендә алып барылды. Беҙ ҙә, ҡунаҡтар, үҙ телебеҙҙә сығыш яһаныҡ, уҡыусылар менән аралаштыҡ — былар барыһы ла бындағы уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәт емеше. Быны тағы ла иҫбатлағандай, Маргарита Аванесова менән Екатерина Войнова “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен ифрат оҫта башҡарҙы.
Әйткәндәй, мәктәптә башҡорт теленән уҡытҡан Алһыу Байрамова менән Әлмирә Усманова ла — Салауат районы ҡыҙҙары. Улар Зәбирә Ким ҡыҙынан белем биреү оҫталығына ҙур теләк менән өйрәнә.
Төрлө милләт вәкилдәренән тупланған коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған милләттәшебеҙ менән ысын күңелдән ғорурландыҡ. Мәктәп етәкселеге лә Зәбирә Ким ҡыҙы хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтте. Их, ниңә барлыҡ белем усағында ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ихтирам менән ҡарамайҙар икән? Уларға ошондай рухи ярҙам бик кәрәк бит. Хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, балаларға ла.
“Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, “Рәсәйҙең мәғариф отличнигы” исемдәрен йөрөтөүем өсөн Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе уҡытыусым Сажиҙә Миһрановаға рәхмәт. Ул мине үҙе кеүек рухлы, эшсән итеп тәрбиәләне”, — тине Зәбирә Шәрифуллина хушлашҡанда.
Урыҫ мәктәбендә уҡыусыларҙың башҡорт телендә шиғыр һөйләп, йырлап, бейеп йөрөүе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ифрат ауыр хеҙмәт емеше ул. Зәбирә Шәрифуллинаның дә сит милләт халҡы араһында Рәми Ғариповтың 80 йыллығына арнап шундай матур кисә үткәреүе — үҙе бер батырлыҡ. Уның кеүек илһөйәр, телһөйәр уҡытыусыларға иғтибар күберәк булһын ине.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Вернуться назад