Депутаттарҙан бүләккә – “Башҡортостан”!27.09.2016
Депутаттарҙан бүләккә – “Башҡортостан”! Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияны башланы. Парламенттың 33-сө ултырышында бер нисә закон проекты тикшерелде. Ә уның алдынан депутаттар хәйриә акцияһы ойошторҙо.
Парламентарийҙар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалид­тарға һәм ветеран­дарға республиканың төп матбуғат баҫмаларын яҙҙырҙы.


Мәҫәлән, Румил Аҙнабаев “Баш­ҡортос­тан” гәзитенә өҫтөнлөк бирҙе. Шулай уҡ вице-спикер Йомабикә Ильясова, депутаттар Ирек Зарипов, Зөһрә Исмәғилева, Рамаҙан Рамазанов яҡынлашып килгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан үҙ һайлаусыларының ветерандар советына ярҙам йөҙөнән беҙҙең баҫмаға яҙылдылар.
– Беҙ мөмкин тиклем милли баҫма­ларға ярҙам итергә бурыслы. Депутаттар был тәңгәлдә өлгө күрһәтергә тейеш. Акцияға башҡалар ҙа ҡушылыр тип ышанам, – тип фекере менән уртаҡлашты Румил Тәлғәт улы.
Пленар ултырышта иһә иллегә яҡын закон проекты тикшереүгә сығарылды. Уны Ҡорол­тай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Өфө һәм республика райондарына мировой судьялар тәғәйен­ләнде. Республика Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән “Башҡортостан Респуб­лика­һының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты хроник ауырыуҙар менән яфаланған граждандар менән ғаилә ағзалары бер фатирҙа бергә йәшәй алмаған осраҡта сирлеләрҙе социаль яҡлауҙы яҡ­шыртыу маҡсатын­да әҙерлән­де. Төҙәт­мә шунан ғибәрәт: 2005 йылдың 1 ғин­уарынан һуң торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫәп­кә торған һәм Рәсәй Феде­рацияһы Торлаҡ ко­дексының 51-се статьяһының 1-се өлө­шө­нөң 4-се пункты тарафынан исемлектә атап үтелгән ауыр форма­лағы хроник ауырыуҙар менән яфаланған инвалид­тарҙы һәм инвалид булған ғаиләләрҙе торлаҡ биналары менән тәьмин итеү буйынса Баш­ҡортостан Республикаһының дәүләт вәкәләт­тәрен муниципаль берә­мектәрҙең урындағы үҙидара органдарына тапшырыу күҙҙә тотола. Атап үтелгән граждандар категорияһын улар­ҙың мөлкәт хәленә ҡарамайынса торлаҡ биналары менән тәьмин итеү күҙаллана.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан тағы бер мәсьәлә – “Башҡортостан Республи­каһында этил спирты, алкоголле һәм спирт­лы продукция етештереү һәм әйлә­неше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында” Башҡортос­тан Республика­һы Законына үҙгәрештәр индереү тура­һын­да” законы проекты. Законға ярашлы, алкоголле продукцияны күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа һатыуҙы тыйыу ҡарала.
Депутаттар шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге, торлаҡ, ауыл хужалығы өлкәлә­ренә ҡағылышлы закон проекттарын тикшер­ҙе.


Вернуться назад