Шәм яндырып... эшселәр эҙләйбеҙ27.09.2016
Шәм яндырып... эшселәр эҙләйбеҙ Баш ҡалала Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы фрезерлаусы” конкурсының төбәк этабы үтте

Токарь, фрезерлаусы... Һуңғы йылдарҙа был һөнәрҙәр хаҡында йыш ишетелә. Ошо йүнәлештәге белгестәрҙе эшкә саҡырып, 50 – 60 мең һум хеҙмәт хаҡы вәғәҙә иткән иғландар даими күренә. Ысынлап та, илдә экскаватор машинисы, киң профилле тракторсы, иретеп йәбештереүсе кеүек эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур.

Был тиккә түгел – элек гөрләп торған һөнәрселек училищелары ябылып бөттө тиерлек. Хәҙер йәш­тәр башлыса юғары уҡыу йорттарын яулай. Бөгөн вуздар аҙым һайын, бюджет урынына инә алмаһаң, рә­хим итеп түләп уҡыу бүлеген һай­ларға мөмкин. Һөҙөмтәлә хеҙмәт ба­ҙары эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгән юрис­тар, уҡытыусылар, иҡтисад бел­гестәре менән тулды. Етәксе­ләрҙең “ун хоҡуҡ белгесенә ҡара­ғанда бер фрезерлаусы табыуы ҡыйыныраҡ” тип әйтеүендә тулы хаҡлыҡ бар.
Токарь, фрезерлаусы кеүек һөнәргә эйә булыу өсөн әллә ни күп ваҡыт кәрәкмәй. Училищела йәки лицейҙа уҡығанда йәштәр практика ваҡытын­да үҙ һөнәре менән яҡындан таныша һәм бер-өс йылда кәрәкле шө­ғөлгә өйрәнеп сыға. Теләһә, һуңынын белемен юғары уҡыу йортонда камиллаштыра ала. Тап ошо йәштәрҙе һөнәргә өйрәтеү, йәлеп итеү һәм эш­кә урынлаштырыу, хеҙмәт баҙа­рын­да үҙен кәрәкле итеп тойоу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатын­да ойошторолдо был конкурс.
Сараға “Гидравлика”, “Благовещен арматура заводы”, “НефАЗ”, “КумАПП”, “Буринтех”, “УМПО”, “Станкостроение” берекмәләре үҙҙәрен­дәге иң-иңдәрҙе ебәргән. Оҫталар­ҙың бере­һе Александр Бакаев менән таны­шабыҙ. Ул мәктәп­тән һуң Өфөләге 65-се техник учи­лище­ны “ҡыҙыл диплом”ға тамамла­ған. Хәҙер тиҫтә йылдан ашыу “Гидравлика” пред­прия­тиеһының тәж­рибә-конструк­тор­лыҡ бюроһында эшләй.
– Александр үҙ шөғөлөн яҡшы белеүе, бирелеп эшләүе менән хөрмәткә лайыҡ. Тәжрибәһен йәш­тәр менән ихлас уртаҡлаша, – тип маҡтап телгә алды уны дуҫтары.
Көсөргәнешле барҙы конкурс. Егеттәр теоретик йәһәттән маһир­лығын, практик яҡтан белемен күрһәтте, тәҡдим ителгән һыҙма буйынса деталь яһаны. Әлбиттә, эш барышында һәр аҙым иҫәпкә алынды. Талапсан комиссия ағзалары егеттәрҙең һәр хәрәкәтен күҙ уңынан ысҡындырманы. Мәҫәлән, станокты әҙерләү, хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү, деталде етештереү ваҡыты һәм сифаты...
Шулай итеп, Өфө агрегат пред­приятиеһы берекмәһенән Андрей Широков, иң юғары балл йыйып, беренсе урынды яуланы. Александр Ба­каев – икенсе, “Буринтех” ғилми-етештереү предприятиеһынан Рә­лиф Ғайсин өсөнсө баҫҡысты биләне.



Сергей ДЕНИСОВ, “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры:
– Беҙҙең предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтереү йәһәтенән даими көс һала. Заводта йыл һайын токарҙар, фрезерлаусылар, технологтарҙың конкурсы үткәрелә. Бындай сараларҙың һөҙөмтәһе ҙур, шуға ла уны эшселәр көтөп ала һәм ихлас ҡатнаша.


Вернуться назад