Башҡорт һылыуҡайы бәйгегә әҙерләнә27.09.2016
Башҡорт һылыуҡайы бәйгегә әҙерләнә Илнара Үтәшева «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында ҡатнаша. Ул кастинг үтеп, әле бәйгегә әҙерләнә.

Йылайыр районында тыуып үҫкән ҡыҙ Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем ала, «DartleDance» бейеү студияһына етәкселек итә. Былтыр ул «Һылыуҡай» республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды.
Илнара төрлө мәҙәни сараларҙы уҙғарыуҙа ла әүҙем ҡатнаша, быйыл «Студентлыҡҡа бағышлау» кисәһен ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаны.
«Мисс Азия Санкт-Петербург» конкурсын ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы сығыштар, модель бизнесы һәм шоу-бизнес йондоҙҙары менән осрашыуҙар, шулай уҡ билдәле дизайнерҙарҙан иҫ киткес матур күлдәктәр көтә.




Вернуться назад