Үҙгәреш булырмы?26.09.2016
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында кино сәнғәтен үҫтереү маҡсатында Үрге Ҡыйғы ауылында “Башкинопрокат” ойошмаһының бүлексәһе асыла. Уның төп бурысы кинофильмдарҙы эргә-тирә райондарға еткереү һәм экранға сығарыу була.
– Тәүге осорҙа фильмдар почта аша килә ине, һуңынан үҙебеҙ транспорт менән барып ала башланыҡ, – тип хәтерләй методист Лида Ғәйнетдинова. – Кино селтәрҙәре, кинотеатрҙар, “Янғантау” шифаханаһының, Дыуан аграр техникумының кино залдары фильмдар менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителде.
Лида ханым халыҡ араһында кино сәнғәтен пропагандалауҙа уңышлы эшләгәне, конкурстарҙа “Иң яҡшы программа төҙөүсе” исемен яулағаны өсөн “СССР кинематографияһы отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Кинопрокат бүлексәһен төрлө замандарҙа инициативалы, әүҙем белгестәр етәкләне. Унда директор булып эшләгән Ғилминур Абдуллина, Биктимер Вәлиәхмәтов, Доларес Сабиров, Шәүкәт Хәкимйәнов, Венер Суфийәновтарҙы билдәләр инем. Фильмдарҙы күрше райондарға водителдәр Рауил Фассалов менән Леонард Хәлилов, ә Ҡыйғы районы буйынса Радик Сәхәүетдинов йөрөттө.
Район кино селтәренә Вәсил Йыһаншин етәкселек иткән осорҙа коллектив республика хеҙмәт ярышында еңеү яулап, еңел автомобиль менән бүләкләнде. Ошо осорҙа Үрге Ҡыйғыла кинотеатр менән кинопрокат бүлексәһе өсөн өр-яңы биналар төҙөлдө.
Уңышлы эшләгән киномеханиктарҙы ла иҫкә алғы килә. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Зөфәр Садиҡов, Йыланлынан Йәмил Закиров, Арыҫландан Шәрифулла Мәхмүтов, Ләүзәнән Рәмил Сиражетдиновтарҙың хеҙмәте юғары баһаланды. Үкенескә ҡаршы, хәҙер улар беҙҙең арала юҡ инде.
Кинопрокат бүлексәһе келәтендә меңәрләгән дана фильм күсермәләре һаҡланыр ине. Уларҙың төҙөклөгөн, таҙалығын тикшереп, йүнәтеп, яйлап-көйләп яңынан экрандарға сығарыу хәстәрлеген Глафира Ғатауллина, Рита Туҡтарова, Рида Ғибәҙуллина, Вилә Сәмиғуллина, реставратор Гөлсирә Сәмиғуллина, реклама мөхәррире Люциә Ҡорбанғәлиевалар уңышлы башҡарҙы. Репертуар планына ярашлы фильмдарҙы урындарға оҙатыу бурысы келәт хеҙмәткәрҙәре Флорида Камалова, Рида Сәйфуллина, Вәрисә Рахманғолова, Йәнифә Мәхмүтоваларҙың хәстәрлегендә булды.
Һуңғы йылдарҙа зәңгәр экрандар йәшәйештең әхлаҡи ҡағиҙәләрен боҙоп күрһәткән кинофильмдар менән тулды. 2016 йылды “Рәсәй киноһы йылы” тип иғлан итеү, бәлки, ошо йүнәлештә ҡырҡа боролош яһар?..