Тәүәккәл йәштәр шатландыра27.09.2016
Ҡайҙа ғына булмаһын, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүселәр осрай. Уларҙың төрлө тармаҡта тир түгеүе мөмкин. Берәүҙәр эшҡыуарлыҡҡа тотонған, икенселәр фермерлыҡты алып бара. Әйтәйек, Юнай ауылында ғүмер иткән Илдар Мостафин ҡасандыр депутат булып та һайлана, староста йөгөн дә тарта. Уны, һис шикһеҙ, үҙ ауылының патриоты тип атарға була. Әле ул – шәхси эшҡыуар.


– Яҡташтарыма ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, – ти Илдар Ҡәнзәфәр улы. – Юнайҙар ғына түгел, бүтән төбәктән дә мөрәжәғәт итәләр.
Ғөмүмән, әңгәмәсем өйҙә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Геройым бала саҡтан колхозда эшләп сынығыу ала, үҫә килгәс, һәр ваҡиғаның уртаһында ҡайнай. Ауыл йәштәренең етәксеһе лә була, һуңынан колхоздың профсоюз ойошмаһына, хатта колхозға етәкселек итә.
– Беҙҙең быуын бала саҡтан уҡ йәмәғәт эшендә ҡатнашып үҫте бит, шуға ла үҙемде ауылым, ауылдаштарым тормошонан башҡа бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмайым, – тип беҙҙең менән һөйләшеүҙе дауам итә Илдар Ҡәнзәфәр улы.
– Эйе, Илдар ағай һәр ваҡыт йәшелләндереү эштәренең уртаһында ҡайнай. Мәҫәлән, яҙғыһын зыяратты төҙөклән­дергәндә төҙөлөш материалдары етмәгәйне, үҙенекен алып килде, – тине Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы С. Фазлыев.
– Беҙҙең быуынға алмашҡа йәш, йүнсел һәм тәүәккәл йәштәрҙең килеүенә бик шатмын, – тип ғорурланып һөйләй Илдар Мостафин. – Миҫалға Заһир Ҡыуатовты ғына алайыҡ. Уны күптән түгел ауыл старостаһы итеп һайланыҡ, сөнки был уҙаман ауылдаштарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Үҙенең тракторы, еңел автомобиле бар. Кәрәк икән, көн-төн тип тормай, мөрәжәғәт иткән кешене дауа­ханаға алып бара. Башҡаса булыу мөмкин дә түгел, сөнки бәләкәй ауыл халҡы әүәл дә, хәҙер ҙә берҙәм ғаилә кеүек ғүмер кисерә, бер-береһенә ярҙам­лашып йәшәй.
Илдар Ҡәнзәфәр улы шәхси ярҙамсы хужалығын уңышлы алып барған бүтәндәрҙең дә исемен телгә алды. Айҙар Арыҫланов, Сәғиҙулла Сабитов, Ғирфан Бирҙеғолов, Фәррәх Теләмов, Нурмөхәмәт Теләмов, Әхмәтшәриф Ишкилдин һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал икән. Вахта ысулы менән сит яҡтарҙа эшләп, Юнай ауылына ҡайтыу­сылар араһында ла шәхси эшен асырға теләүселәр юҡ түгел. Тимәк, ауыл йәшәйәсәк, үҫәсәк.






Вернуться назад