Ирмен тигән ир иленә хеҙмәт итер27.09.2016
Ирмен тигән ир иленә хеҙмәт итер Кеше Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер генә мәртәбә бирелгән ғүмерен башҡаларға фәһем булырлыҡ итеп үткәргән икән, тимәк, ул Ватан алдында бурысын үтәгән тигән һүҙ. Мәҡәләмдең геройы менән әңгәмәләшкәндән һуң уның бала сағынан уҡ күңелендә иленә ҡарата һөйөү уяныуына инандым. Әҙәм балаһы үҫмер сағынан тыуып үҫкән төйәгенә ғашиҡ булһа, Ватан һүҙенең мәғәнәһен аңлап, үҙ иленә һәм халҡына хеҙмәт итергә һәр саҡ әҙер тора.


– Күңелемдә тыуған төйәгемә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә, Бөрйәнебеҙҙең гүзәл тәбиғәте лә, алдынғы фекер йөрөткән шағирҙары­быҙҙың Ватан тураһында яҙған шиғырҙары ла ярҙам итте, – тип һөйләй Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин.
Үҫмер сағынан патриотик рухта тәрбиә­ләнгән егетте өлгөргәнлек аттестаты алғас та “Артабан уҡырға ҡайҙа барырға?” тигән һорау борсомай. Документтарын 1969 йылда Һарытау юғары хәрби училищеһына тапшыра һәм алты йылдан уны уңышлы тамамлай. Бала сағынан уҡ офицер булырға хыялланған егет, уй-ниәтен бойомға ашырып, 1969 – 1992 йылдарҙа иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итә, миҙалдар менән бүләкләнә. Күрше илдә булғанында Монголия Халыҡ Республика­һының ‘’Дружба’’ миҙалына лайыҡ була, егерме йылдан ашыу Ватанына бурысын үтәп, подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
Тормош күрһәтеүенсә, Ватан төшөнсәһен аңлағандар, хеҙмәттә лә үҙ юлын табып, башҡаларға үрнәк булып йәшәй. Ғәли Вәлиуллин төрлө баҫҡыстар үткәс, юғары вазифаға үрләтелә. Ун алты йылда башҡарған эштәрен тәфсирләп яҙһаң, үҙе әллә нисә китап булырлыҡ. Үҙәк музейҙың яңы филиалдары һаны бер-бер артлы арта. Мәҫәлән, 2000 йылда Хәрби Дан музейы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей филиалдары үҙ ишектәрен аса. Ваҡыт үтә килә филиалдар һаны хатта 57-гә етә. Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев исемендәге музейҙа яңыртыу эштәре башҡарыла. Ғәли Фәйзрахман улы батырыбыҙҙың табаҡ баҡырҙан һуғып эшләнгән бюсын үҙ ҡулы менән реставрациялай, юғиһә ул ҡырыҫ диңгеҙ тәбиғәтендә тишкеләнеп бөткән була...
Ул милли батырыбыҙҙың данлы һәм аяныслы тормош юлын ентекләп өйрәнеүен, эҙләнеүен дауам итә. Маҡсатына ирешеү ниәтендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы составында күп тапҡыр Палдиски ҡалаһына сәфәр ҡыла. Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаевтарҙың һөргөндә ябай ғына каторжан булмауҙарын, үҙ ғүмерҙәренә ҡарағанда башҡаларҙың йәшәйешен өҫтөн ҡуйыуын, бүтәндәр хаҡына үҙҙәрен ҡорбан итеүен аңлай.
Ғәли ағай – үҫмер сағынан уҡ үҙенә маҡсат ҡуйып, уйлағандарын тормошҡа ашырып, үҙенсәлекле ғүмер юлын үткән шәхес. Башҡарған эштәрен бәләкәй генә мәҡәләлә яҡтыртып бөтөү мөмкин түгел. Шиғыр-хикәйәләре әленән-әле журнал, гәзит биттәрендә баҫыла. “Әсәйемдең гөлдәре” шиғырына Илшат Хәлилов көй яҙған, ул Иҙрис Ғәзиев башҡарыуында радио-телевидениела йыш яңғырай. Музейҙың гимнын да Илдар Хәлилов Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәренә яҙған. Гимн 2012 йылдың 20 ноябренән алып көн һайын сәғәт 11-ҙә музей залдарында яңғырай. Ҡыҫҡаһы, кеше үҫмер сағынан уҡ һәр нәмәгә күңел күҙе аша, ижтиһад менән ҡарай икән, уға тормош юлы үткәндә үҙен табыу еңелдер. Ғәли Фәйзрахман улының тормош юлына байҡау яһайһың да шулай уйлайһың. Хәйер, хәрби хеҙмәттә үткән ғүмер юлы ҡандан бирелгәндер, олатаһы Рәхмәтулла Ырымбурҙа хеҙмәт итеп, полк командиры вазифаһына тиклем үрләй, Каруанһарайҙы һаҡлай, Георгий тәреһенә лайыҡ була.
Ғәли Фәйзрахман улы һәр саҡ ата-әсәһенең күңелен күрергә тырыша, ялға ҡайтҡанында хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Хәрби хеҙмәтенең аҙағында, тыуған районында военком булып эшләп, әсәһе Мәхүпъямалды шул ҡәҙәре ғорурландыра... Әсә, шатлығынан барлыҡ ауырыуынан арынып, үҙен йәшәреп киткәндәй тоя.
Тик кеше ғүмере мәңгелек түгел шул... Ҡыуанышып бергә бер генә йыл йәшәп ҡалалар. Мәхүпъямал еңгәй ҙә 11 йыл элек фани донъя менән хушлашҡан Фәйзрахманы эргәһенә баҡыйлыҡҡа күсә.
Отставкаға сыҡҡандан һуң Ғәли Вәлиуллиндың, үҙ районында юғары вазифала эшләргә мөмкинлеге булһа ла, күңеле баш ҡалаға тартыла. Беренсенән, бында уға Әлмәт ҡалаһында йәшәгән ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашып йәшәүгә яҡын буласаҡ. Икенсенән, ул, ғүмере буйы Ватанына тоғро шәхес булараҡ, иленә, милләтенә киңерәк масштабта хеҙмәт итәсәк! Һәм яңылышмай. Бында ул бөйөк шәхесебеҙ Салауат Юлаевтың һөргөндә уҙғарған тормош юлын өйрәнә. Шиғыр-хикәйәләр яҙа, күргәҙмәләр ойоштора. Һөҙөмтәлә музейҙы күрергә килеүселәр һаны йылдан-йыл арта.






Вернуться назад