Тормошонда – милләт яҙмышы27.09.2016
Тормошонда – милләт яҙмышы Күрше республикалар һәм өлкәләрҙә, иркен илебеҙҙең әллә ҡайһы төбәктәрендә көн итеп тә, бер мәл атай-олатайҙарыбыҙҙың төп төбәге булған Башҡортостанға йөрәкһеп ынтылыуҙы, әлбиттә, аңларға була.

Туҡ буйҡайының, ай, ҡамышын
Ҡамсылар уҡ итеп үрәйем.
Сит илдәргә сығып күп йөрөнөм,
Үҙ илемә ҡайтып үләйем.

Туҡ йылғаһы, мәғлүм булыуынса, Ырымбур өлкәһендә ағып барып, Һамарға ҡойған тарихи йылға. Юғарыла килтерелгән һағышлы йырҙың яңғыраш алыуына байтаҡ ҡына ир-егеттәрҙең, яҙмышҡа буйһоноп, донъя гиҙергә мәжбүр булыуы һәм ата-бабалар еренең ҡөҙрәтле тартыу көсөнөң һәр даим һаҡланыуы сәбәпселер. Ысынлап та, әҙәм балаһын оҙон сәфәрҙәргә һәм алыҫ тарафтарға ул үҙе лә айышына төшөнмәҫтәй көстәр тарта. Хәйер, Чолман аръяғындағы ғына Татарстан менән Һаҡмар, Яйыҡ ярҙарындағы Ырымбур яғын алыҫ донъя тип иҫәпләргә ярай микән? Ҡазан, Ырымбур тип сыҡһаң, һәр яҡҡа ла юл таҡыр. Башҡорт илен Ырымбурҙан да, Татарстандан да һис ҡасан межа бағаналары ла, сик һыҙығы ла айырып тормаған. Әгәр беҙ Башҡортостан йә Ырымбур яғы тип һөйләйбеҙ икән, ошо виртуаль биләмәләрҙә ғүмер баҡый мосафирҙар, мөғәллимдәр, ғалимдар, һөнәрселәр йөрөп торған. Сөнки донъя көтөр еребеҙ, һыулар һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ уртаҡ, улар кемдер тарафынан кәртәләнмәй ҙә, сикләнмәй ҙә.
Бәхеткә күрә, миңә Ырымбурҙа тыуып үҫеп, Башҡортостанға килеп ҡанат киргән байтаҡ кеше менән танышыу насип булды. Йәнә лә шәхсән күрешкәндәрҙән ишетеп белгәндәр күберәк инде. Далалар иленән Көньяҡ Урал армыттарына тиклемге араны яҙыусылар Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, данлыҡлы комиссар-кавалерист, аҙағыраҡ күп йылдар республика мәғариф министры булып эшләгән Сәғит Әлибаев ҡына үтмәгән. Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен руссалаштырған талантлы егет Дим Дәминев та ошо яҡтан ине. Ә инде күренекле журналист, публицист, ҡәләмдәшем Мәргән Мырҙабәков, ғөмүмән, йөрәгемдә урынды ғүмере тамамланғансы алды. Шуға күрә әлеге яҙмаларымдың уртаһында булырға тейешле шәхес тураһында һүҙгә күсеүҙән алда Мәргән Әхмәт улының “Советская Россия”ның үҙ хәбәрсеһе” тигән китабынан бер өҙөк килтерәйем.
“Ырымбур яғында минең булмаған урыным ҡалмағандыр. Өлкәнең географияһын, юлдарын, ҡалаларын һәм ауылдарын, предприятиеларын һәм төҙөлөштәрен, колхоздарын һәм совхоздарын бик яҡшы беләм, күп телле, үҙенсәлекле ошо төбәктең кешеләрен, тарихын, мәҙәниәтен белә торғайным. Бында яртылаш ҡаҙаҡ, яртылаш мужик сығышлы рустар, боронғо көн иткән урындарында өйкөм-өйкөм генә һаҡланып ҡалған башҡорттар, Тамбов һәм Пенза губерналарынан крайҙы Рәсәй колонизациялаған саҡта күсенеп ултырған Ҡазан татарҙары менән мишәрҙәр, килмешәк мордва менән алмандар, Урал йылғаһының көньяҡ ярында төпләнгән ҡаҙаҡтар йәшәй”.
Шуныһы ғәжәпләнерлек: күп милләтле Башҡортостанда һәм башҡорттоң төп төйәгендә йәшәп тә, беҙ тирә-яҡ милли мөхит, халҡыбыҙҙың ошо мөхиттәге урыны, уны ҡәҙерләү кәрәклеге тураһында тәрән уйланып та бармайбыҙ шикелле. Бөгөнгө тормошобоҙҙо баһалар һәм алдағы көнитмешебеҙҙе самалар өсөн, әйтәйек, былар мөһим бит инде. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев ошо ябай ғына хәҡиҡәтте, шәт, күптәребеҙҙән алдараҡ аңлағандыр. Ғөмүмән, ҡусты ғилми хеҙмәттәрен төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт ырыуҙары тарихының дөйөм нигеҙҙә таяныуына инанып яҙа. Бөгөн ил ағаһы йәшенә еткән уҙамандың эшләгәндәре тураһында гәзит мәҡәләһендә бәйән итергә маташыу — баймабашлыҡ та, мәғәнәһеҙлек тә. Нурислам ғүмеренең йылдарын елгә елгәрмәгән, бәлки тыуған төбәгендә башҡара башлаған уй-ниәттәрен Оло Башҡортостанда бойомға ашырыу әмәлен тапҡан.
Ҡалмантаев-ғалимға һарысайҙың тәүге көндәрендә 50 йәш тулды. Әммә ошо юбиляр тураһында һүҙҙе дауам итерҙән алда ысын мәғәнәһендә олуғ юбиляр хаҡында әйтеүҙән тыйылмайыҡ. Бының сәбәбе шунда: быйылғы буранайҙа Нурисламдың атаһы Мирхәйҙәр Дәүләтғәли улының тыуыуына 100 йыл тулды. Атайсалы – Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районының Үрге Ильяс ауылы. Раҫлауҙарынса, уның олатаһы, хәлле генә кеше, ни сәбәптәндер ер-һыуын ҡалдырып Урта Азия яҡтарына сығып киткән икән. Мирхәйҙәр иһә әсәһе янында йәшәгән. Тәүҙә мәҙрәсәлә уҡыған, артабан белемен Каруанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумында киңәйткән. Мәргән Мырҙабәковтың хәтерләүенсә, ошо техникумға “Башҡорт халҡының мәғрифәт һарайы” тигән алтаҡта эленгән булған. Ә техникум директоры – әлеге мәшһүр Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев. Каруанһарайҙа уҡыған йылдары, һабаҡташтары тураһында йыш, мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Их, шуларҙы яҙып алһамсы”, – тип һөйләй хәҙер Нурислам Мирхәйҙәр улы. Аҡылыбыҙға һил һуңлабыраҡ инә шул. Бына мин дә атайым яғынан яҡын туғаным, Шафиҡ Әминев-Тамъяни апаның халыҡ телендә йөрөгән шиғырҙарын ваҡытында ҡағыҙға төшөрөргә сула тапмауыма әле булһа әсе үкенәм. Мирхәйҙәр ағай – Ырымбурҙағы Башҡорт педтехникумының ябылыуына шаһит булған кеше. Уҡыусылар, мөғәллимдәр ошондай хилаф эш айҡанлы ризаһыҙлыҡ белдереп ҡараһа ла, ябай кешеләрҙең һүҙе хакимдарҙың ҡолағына ҡасан салынғаны бар?
Ә ҡыҫҡаса әйткәндә, Мирхәйҙәр ағай һоҡланырлыҡ уҡымышлы кеше булған. Өй тулы китап, ишек һәр кемгә асыҡ — кил, тыңла, уҡы. Ғилемгә кешенең йәне лә, ҡаны ла тартыуы мөһим. Баҡтиһәң, Ҡалмантаевтар дворян сословиеһына, заманында хәлле ҡатламға ҡараған икән. Тамырҙары икенсе сығанаҡтан һут алған кешеләргә, улар ил өсөн ни тиклем генә хеҙмәттәр һалмаһын, ситләтеп ҡарау замандарын да баштан үткәрҙек.
Оҙон тәбәрәккә төштө был, тип тиргәһәгеҙ ҙә, Нурисламдың әсәһе тураһында һүҙ әйтмәй ҡалыр хәл юҡ. Минзәйрә Дауыт ҡыҙы Ҡалмантаева донъяға Һамар губернаһы Йомран-Табын улусы Быҙаулыҡ өйәҙенең Тәңес ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районының Үрге Ильяс ауылы тип атала) күҙен асҡан. Дауыт ҡарт та хәллеләр затынан булған бит. Колхозлашыу ғәләмәте башланғас, Минзәйрә апайҙар Урта Азияға сығып киткән. Ҡарағалпаҡтың төп ҡалаһы Нөкөстә лә йәшәп алырға тура килгән. Ләкин, тыуған ер тартып, атайсалға әйләнеп ҡайтҡандар.
Минзәйрә Дауыт ҡыҙының яҙмышы, әйткәндәй, ҡатмарлыраҡ. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, 1942 йылдың авгусында уны армияға саҡырып алғандар. Ленинград фронты, Балтик буйы, Венгрия – хаяһыҙ фронт юлдарын хәҙер һанап ҡына ултырыу ҙа тетрәндерә. 1945 йылдың октябрендә ҡаһарман башҡорт ҡыҙы, күкрәген орден-миҙалдар менән балҡытып, илгә ҡайтып төшкән.
Һүҙҙе ғалим Нурислам Ҡалмантаевҡа арнарға ниәтләп башланым да әллә ҡайһы далаларға сығып киттем түгелме һуң? Бәлки, ата-әсәһе тураһында әйткәндәр ҡайһылыр дәрәжәлә уның булмышына ла бер һыҙат рәүешендә яталыр?
Бала саҡтың хәтере ташҡа соҡоп яҙылған кеүек ныҡлы була. Нурислам да туғандарын, белем юлынан тәүге аҙымдарын атлатҡан мәктәбен, мөғәллимдәрен эскерһеҙ кешеләрҙә генә күренә торған бер ҡатлылыҡ менән иҫенә ала. Күрше Урта Ильяста һигеҙ йыллыҡ мәктәп ябылғас, уның тиҫтерҙәре район үҙәге Плешановоға йөрөп уҡырға мәжбүр була. Үҙем дә шундайыраҡ яҙмышҡа юлыҡҡас, Нурисламдарға төшкән яфаны ҡабаттан үҙем кисергәндәй тойҙом. Ошондай саҡтарҙа мәктәпкә йөрөп уҡыу ауырлығын мөғәллимдәрҙең илтифатлы үә мәрхәмәтле булыуы ғына еңеләйткәндәй. Нурислам башҡорт балаларына бик ихлас мөғәмәләлә булған мәктәп директоры Борис Владимирович Левшинды рәхмәтле хәтергә ала. Алыҫ сәфәрҙәргә йөрөгән карап капитаны Ырымбур яҡтарындағы ҡыҙға өйләнгән икән, шуғалыр бында төпләнгәндәр. Левшин тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен уҡытҡан һәм, Нурисламдың фекеренсә, тарих буйынса уны бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыр булған. Булыр бала – бишектән тигәндәй, тарихсы-ғалимдың ошо йүнәлештәге һәләте мәктәптән үк күренә башлаған.
Маҡсатыңды алға ҡуйһаң, уға өлгәшеү өсөн бер әмәлен барыбер табаһың. Ырымбур төбәгенең бик күп егет һәм ҡыҙҙары Башҡортостанға, айырым алғанда, Өфөгә килеп, үҙенең оло тормошҡа һуҡмағын һалған. Ә Башҡорт дәүләт университетында тарихсы-ғалимдар ҡоро әүәл-әүәлдән ныҡ булды. Нурислам Мирхәйҙәр улына оло тарихсылар – хәҙер инде мәрхүм Билал Хәмит улы Юлдашбаев, Рим Зәйнәғәбит улы Йәнғужин, шулай уҡ Ирек Ғайса улы Аҡмановтарҙан күп йәһәттән һабаҡ алыу бәхете насип булған. “ХХ быуат башында Башҡортостанда милли мәсьәлә” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙырға тотонғас, йәш ғалимдың ғилми етәксеһе йәнә лә профессор Юлдашбаев булған. Әле лә көнүҙәк яңғыраған теманы Ҡазан университетында яҡлаған саҡта ғилми советҡа ҙур ғалим, Татарстандағы күренекле йәмәғәт эшмәкәре профессор Индус Раззаҡ улы Таһиров етәкселек иткән.
Профессор Таһировтың йәмәғәт эшмәкәре лә булыуын тиктәҫкә генә айырып әйтмәйем. Фән, дөйөм ижтимағи процестан айырылып, үҙе генә йәшәй алмай. “Фән ярҙамында, көс-маҙар ҡулланмай ғына, һәүетемсә, әммә тәүәккәл рәүештә хөрәфәттәр, уйҙырмалар һәм хаталар алып ташлана, ә өлгәшелгән хәҡиҡәтте артабан үҫеү азатлығын, уртаҡ хөрлөктө һәм эске иркенлекте һаҡлап ҡалыуға өлгәшелә”. Был бөйөк Дмитрий Михайлович Менделеевтың фекере һәм уның хаҡлы булыуы шик тыуҙырмай.
Нурислам Мирхәйҙәр улы ғүмеренең үренә лә күтәрелеп етмәгән. Бер мәл шул бейеклеккә аяҡ баҫһа, ғалим кеше мөмкинлектәренең Ырымбур далалары кеүек сикһеҙ, маҡсаттарының Урал сусаҡтары һымаҡ юғары икәнлегенә тағы бер ышаныр әле. Ошо юлынан, ғаилә бәхетенән, халҡының хөрмәтенән яҙлыға күрмәһен.




Вернуться назад