Башҡорт халҡы илгә шундай шәхесте биргән!27.09.2016
Башҡорт халҡы илгә шундай шәхесте биргән! Башҡорт халҡының бөйөк улдары тураһында һүҙ барһа, иң тәүҙә Салауат Юлаев күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, ул хаҡлы рәүештә – беренсе урында. Икенсе баҫҡысты, минең уйымса, Зәки Вәлиди биләйҙер. Шулай уҡ Башҡортостандың сәйәси картала барлыҡҡа килеүендә Зыя Нуриевтың да роле ҙур.

Зыя Нурый улы 1957 йылдан 1969 йылға тиклем КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләгәндә, республикабыҙҙа бихисап ҡеүәтле предприятие, завод, фабрика, комбинат, трестар барлыҡҡа килә. Ил буйынса иң арзан нефть “Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында сығарыла. Химия һәм нефть химияһы продукцияһы етештереү 5,3 тапҡырға арта. Республика мотор яғыулығы, кальцийлы һәм каустик сода, синтетик этил һәм бутил спирты, полиэтилен һәм синтетик каучук, гербицид етештереү буйынса СССР-ҙа лидер иҫәпләнә. Синтетик материалдарҙы етештереүҙә химик ысулдарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә 1959—1965 йылдарҙа миллиондарса тонна иген, меңдәрсә тонна тәбиғи май экономиялана. 1958 йылда Башҡортостандағы сәнәғәт тауарҙары етештереү күләме, 1913 йыл менән сағыштырғанда, 145 тапҡырға күберәк була.
Индустриялаштырыу программаһы нигеҙендә илебеҙҙә бик күп ҡалалар барлыҡҡа килә. Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Сибай, Учалы, Мәләүез – шуға асыҡ миҫал. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Белорет ҡалалары төҙөкләндерелә.
Ете йыл эсендә Башҡортостанда нефть етештереү 23 миллион тоннанан 44 миллион тоннаға етә, ә бөгөн йылына 16 миллион тонна ғына нефть етештерелә. Ул ваҡытта Башҡортостан нефте СССР-ҙа етештерелгән күләмдең 18 процентын тәшкил итә.
“Арлан” нефть ятҡылығында көкөртлө нефть табылыу арҡаһында, ундағы мазутты файҙаланыу йәһәтенән “Ҡарман” электр станцияһы төҙөлә һәм мазут яғыулығы сифатында файҙаланыла. Яңы нефтселәр ҡалаһы булған Нефтекамала яһалма күн заводы, үҙбушатҡыстар заводы, ауыл хужалығы машиналары эшләү заводы, ит комбинаты төҙөлә. Шулай уҡ бүтән ҡалалар ҙа йылдам үҫә. Октябрьскийҙа – фарфор, тире эшкәртеү заводы, нефть ҡорамалдары етештереү заводтары, аяҡ кейеме фабрикаһы, ә Салауат ҡалаһында органик быяла заводы төҙөлә, минераль ашлама етештереү предприятиеһы барлыҡҡа килә.
Сибайҙа баҡыр-көкөрт комбинаты асыла, ул күп йылдар ил күләмендә алдынғы урында бара. “Башмедьстрой” тресы барлыҡҡа килеп, Урал аръяғы райондарындағы ПМК-лар торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм һөтсөлөк фермалары төҙөү эшен йәйелдерә, ауылдар яңы һулыш ала.
Өфөлә – өс нефть эшкәртеү заводы, ә Салауат ҡалаһында нефть химияһы комбинаты төҙөлә, шул арҡала йылына 50 миллион тонна нефть эшкәртелә һәм Башҡортостан СССР-ҙа беренсе урынға сыға. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта – ил буйынса беренсе синтетик каучук заводы, ә Өфөлә һәм Салауатта полиэтилен етештереү заводтары барлыҡҡа килә. Барыһы ла уңышлы эшләй. Башҡортостан аграр республиканан алдынғы, көслө иҡтисадлы индустриаль төбәккә әйләнә.
Ә инде ауыл хужалығына килгәндә, 1949 – 1953 йылдарҙа иген культураларының уңышы уртаса 6,6 центнер тәшкил итә, дөйөм иген культураларының күләме 1,7 миллион тонна булһа, 1954 – 1958 йылдарҙа Башҡортостан буйынса 566 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр эшкәртелеп, сәсеү әйләнешенә индерелә. Шул арҡала республикала иген етештереү ошо биш йылда 1,6 миллион тоннаға арта. Халыҡ икмәккә туя башлай.
Был күренеш үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, колхоз һәм совхоздарҙың ҡеүәтен арттырыу маҡсатында республика һигеҙ мең трактор, дүрт мең иген комбайны, өс мең лафет һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. МТС-тар өсөн 160 оҫтахана төҙөлә.
Ауылдарға ҡалаларҙан 3 500 кеше эшкә ебәрелә, шуларҙың 450-һе – юғары һәм урта белемле белгестәр. Тиҙ арала 33 мең механизатор әҙерләнә. Был эштәр үҙенең һөҙөмтәһен көттөрмәй, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме арта. 1956 йылда колхоз-совхоздар иген культураларының гектарынан уртаса 16 центнер уңыш ала һәм дәүләткә 1,3 миллион тонна тапшыра. Был 1953 йыл менән сағыштырғанда 450 мең тоннаға күберәк.
Шәкәр сөгөлдөрө етештереү, картуф үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. 1958 йылда дәүләткә 163 мең тонна “татлы тамыр” һатылһа, 1965 йылда ул 505 мең тонна тәшкил итә, йәғни өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ.
Шәкәр етештереү кеше башына Японияла ике килограмм булһа, Башҡортостанда 16,5 килограмдан аша. Һыйыр майы етештереү АҠШ-та — 3,2, Англияла — 0,5, Италияла 1,3 килограмм була, ә Башҡортостанда 4 килограмға етә. “Ул осорҙа сит илдәрҙән бик күп делегациялар беҙҙәге тәжрибәне өйрәнеү өсөн килә торғайны”, тип яҙа 1967—1987 йылдарҙа партияның Башҡортостан өлкә комитетының өсөнсө секретары булып эшләгән Таһир Ахунйәнов.
Республиканың иҡтисади ҡеүәте артыу менән бер рәттән, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә алға һикереш күҙәтелә. К.А. Тимирязев исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты кимәленә күтәрелә. Сәнғәт институты асыла, уның ректоры итеп Заһир Исмәғилев һайлана.
Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһына тиклем Башҡортостанда Өфө уҡытыусылар институты ғына булһа, Зыя Нуриев эшләгән осорҙа туғыҙ юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килә. Зыя Нуриев милли мәсьәләләргә лә бик етди ҡарай һәм аҡыллы эш итә.
1957 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу тантаналы билдәләнә, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы асыла, ул баш ҡалабыҙҙың күркәм урынына әйләнә. Ә инде Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйырға урын эҙләгәндә, төрлө тәҡдимдәр була. Архитектор Сосланбәк Тавасиев Ағиҙел ярын тәҡдим итә. Был тәҡдимде күпселек хуплай, ә юғары вазифалы етәкселәр Совет майҙанында туҡтала. Арыу ғына бәхәстән һуң мәсьәләгә Зыя Нуриев нөктә ҡуя. “Киләсәктә кешеләр Салауатҡа байрамға, театрға барған һымаҡ йөрөһөн, шунда бөйөк милли рух хаҡында уйланһын, күңелдәрен таҙартһын”, — тип ул С. Тавасиевтың тәҡдимен яҡлай.
Милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһендә бик төптән уйлап эш итә Зыя Нурый улы. 1962 йылда В.Нәбиуллин Министрҙар Советы рәйесе вазифаһынан бушатылғас, кемде ҡуйырға тигән һорау тыуа. Был урынға БАССР Дәүләт планы рәйесе Ниғәмәтйәнов, финанс министры Вәлиев тәҡдим ителә. Башҡортостандың күп милләтле республика икәнен дә онотмай, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының да күп ырыуҙан тороуын күҙ уңынан сығармайынса, бик отошло фекергә киләләр. Зыя Нуриев был хәлде былайыраҡ итеп һүрәтләй: “Мин, — ти ул, — партияның БАССР өлкә комитетының беренсе секретары, төньяҡ-көнбайыш башҡорто булараҡ, Министрҙар Советы рәйесе мотлаҡ рәүештә Урал аръяғы райондарының береһендә тыуған башҡорт булырға тейеш, тип уйлайым”. Шулай итеп, Зекериә Аҡназаров кандидатураһында туҡталалар. З. Аҡназаров комсомолдың өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләгәндән һуң, партия өлкә комитетында ойоштороу бүлеге етәксеһе, йәғни ул ваҡыттағы иерархия буйынса, партия өлкә комитетында дүртенсе кеше һаналған. 37 йәшендә генә ул ҙур вазифаға үрләтелә һәм 24 йыл буйы БАССР Министрҙар Советы рәйесе булараҡ, бик уңышлы эшләп ялға сыға. БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе булып 40 йәше лә тулмаған Фәйзулла Солтановтың да ҙур вазифаға үрләүендә Зыя Нуриевтың туранан-тура ҡатнашлығы бар. Фәйзулла Солтанов – Ейәнсура районы вәкиле. З. Нуриевтың хәләл ефете Айһылыу Хәбир ҡыҙы – башҡорт халҡының дворяндар титулына ҡараған Ҡыуатовтар нәҫеленән, йәғни ошо уҡ районда тыуған. БАССР-ҙың эске эштәр министры итеп 30 йәше лә тулмаған Владимир Рыленко тәҡдим ителә. Быға тиклем ул комсомол өлкә комитетының икенсе секретары булып эшләгән була. Был хаҡта ишеткән Рыленко:
— Зыя Нуриевич, бигерәк йәшмен бит әле, рядовой милиционер ҙа булып эшләгәнем юҡ, — тип икеләнә.
Ә Зыя Нуриев уға: “Володя, МВД-ның уставын ал да уҡы, иң мөһиме – халыҡтың ышанысын аҡлау”, — тип мәсьәләне шунда уҡ хәл итә.
Райондашым Абрар Ярлыҡапов комсомолдың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләгәндән һуң, үҙәк комитетына эшкә үрләтелә, Дөйөм йәмғиәт фәндәре академияһында белем алғандан һуң партияның үҙәк комитеты аппаратында ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. Иҡтисад фәндәре докторлығына диссертация яҡлап, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләй. А. Ярлыҡапов үҙен З. Нуриев­тың уҡыусыһы һанай һәм, уға рәхмәтлемен, тип иҫкә ала. “Зыя Нуриев Башҡортостан тарихында, һис һүҙһеҙ, иң көслө, иң сағыу, абруйлы дәүләт эшмәкәре булып ҡала. Уның фекере менән республикала ғына түгел, Мәскәүҙә лә иҫәпләштеләр, ул КПСС Үҙәк комитеты секретарҙары М. Суслов, А. Кириленко һәм башҡалар менән һөйләшкәндә “һин” тип аралаша ине”, — ти ул.
1968 йылда баҫыуҙарҙа гөрләп иген үҫә, уңған механизаторҙар һәм белгестәрҙең хеҙмәте һөҙөмтәһендә республикала гектарынан уртаса 21 центнер уңыш алына, хөкүмәт ҡаҙнаһына өс миллион тоннанан ашыу иген һалына. Күптәр орден һәм миҙалдар менән наградлана.
Ә инде 1969 йылдың июнь айында, КПСС Үҙәк комитеты секретарҙары Кулаков, Кириленко, Устиновтарҙың тәҡдиме буйынса, Леонид Брежнев үҙе телефондан шылтыратып, Зыя Нуриевты Мәскәүгә СССР-ҙың Әҙерләүҙәр комитеты рәйесе итеп саҡыра. Дүрт йыл эшләү дәүерендә ошо комитетты СССР-ҙың Әҙерләүҙәр министрлығы кимәленә еткерә. Бик күп иген элеваторҙары, тирмәндәр, келәттәр, иген киптергестәр, ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ит эшкәртеү, һөт эшкәртеү комбинаттары, шәкәр заводтары һәм башҡалар төҙөлә. Уның эшләү принцибын, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуын, һәр мәсьәләгә дәүләт эшмәкәре күҙлегенән объектив эшлекле ҡарашын иҫәпкә алып, Брежнев Нуриевтың СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүен хәбәр итә. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем ул тәүҙә Косыгиндың, аҙаҡ Тихоновтың урынбаҫары булып эшләй һәм СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәте комплексын етәкләй.
З. Нуриев, үҙенең төп эшенән тыш, СССР Министрҙар Советы Президиумы комиссияһы етәксеһе вазифаһын да башҡара. Бурысы — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу. Ул комиссия Байкал, Ладога күлдәрен, Каспий, Азов һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙең бассейндарын һаҡлау, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта кедр урмансылығын яҡлау кеүек бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.
Ләкин, Зыя Нуриев эштән киткәс, илдә “Гослесхоз” менән “Гослеспром” берләштерелә һәм урмандарҙы иҫәпһеҙ ҡырыу башлана.
Зыя Нуриев 1954 йылдан алып 15 йыл буйы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы булып эшләй. Үҙ дәүерендә ошо илдең иң юғары органының биш рәйесе менән эшләү бәхетен татый. Ул СССР Министрҙар Советында эшләгән бер осорон иҫкә төшөрә.
– Һеҙ йылына нисә тонна сыр етештерәһегеҙ? — тип һорай ул саҡтағы рәйес А. Микоян.
– 840 мең тонна, тиҙ арала бер миллион тоннаға еткерергә тейешбеҙ, — ти Зыя Нуриев.
– Сырҙы мосолман халҡы ла ярата бит, уның ассортиментын киңәйтеүҙе лә күҙ уңында тотоғоҙ. Шуны ла әйтәм: һеҙ бит СССР Хөкүмәтенең тарихында Хөкүмәт ағзаһы булараҡ иң тәүге мосолман кешеһе, — ти А. Микоян.
Ә башҡорт халҡы өсөн был күренеш икеләтә ҡыуаныслы. Шундай ҙур дәүләткә етәкселек итеүҙә ҡан-ҡәрҙәшебеҙ ҙә ҡатнашҡан. Ә инде СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Юрий Баталин былай тип иҫкә ала: “Зыя Нуриев йыш ҡына илдәге милләтселек күренештәрен тәнҡитләй торғайны. Уның һүҙҙәре иҫтә ҡалған. “Бына ҡарағыҙ, Башҡортостандан СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫарҙары икәү: мин – башҡорт, Юрий — рус; ике армия генералы: Гәрәев — башҡорт, Лобов — рус. Тик милләттәр берҙәм булһа ғына эш бара!” – тип ҡабатлай торғайны ул”.
Яҡташыбыҙ юғары дәрәжәле кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, үҙен бик иркен тотҡан һәм, кәрәк икән, тәнҡитләргә лә тартынмаған. Быға миҫал итеп бер күренеште иҫкә төшөргө килә.
...1955 йылда Кремлдә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү буйынса кәңәшмә бара. Мөһим йыйылышта Башҡортостандан өс делегат – партия өлкә ко­ми­тетының беренсе секретары С. Игнатьев, З. Ну­риев һәм Башҡортостан Министрҙар Советы рәйесе В. Нәбиуллин ҡатнаша. “Беҙ йылҡысылыҡ заводтары ҡарамағындағы буш ятҡан 55 мең гектар ерҙә иген культуралары сәсергә ҡарар иттек”, — ти В. Нәбиуллин. Зал дәррәү ҡул саба. Шунан бер нисә ораторҙан һуң С. Буденный сыға ла: “Бына бер башҡорт йылҡысылыҡ заводы ерҙәрен тартып алырға уйлай. Беҙ бер кемгә лә заводтарҙы емерергә бирмәйбеҙ”, — ти.
“Не какой-то башкир, а правнук тех воинов, которые в составе Российской армии, преследуя Наполеона, дошли до Парижа, до берегов реки Сены, водой которой напоили своих коней”, – тип Зыя Нуриев халыҡ алдында ғәфү үтенеүен һорап, президиумға записка яҙа.
С. Буденный аҙаҡ, Н. Хрущев уға терһәге менән төрткәс, трибунаға сығып рәсми ғәфү үтенгән һәм былай тигән: “Прошу вас, башкирскую делегацию, простить меня. Я в своем выступлении в сердцах допустил оплошность. Я знаю башкир, они любят коня, отличные кавалеристы. После Гражданской войны у меня работал ваш земляк, отличный конник Муса Мортазин...”
Үҙҙәрен ысын етәкселәр итеп тойоп, халыҡ алдындағы бурысын еренә еткереп үтәп йөрөгән кешеләрҙе нисек ихтирам итмәҫкә мөмкин! Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе З. Аҡназаров былай ти: “Зыя Нуриев Башҡортостан өсөн, уның халҡы өсөн бик күп эшләне, Мәскәүҙә саҡта ла республикаға айырым иғтибар бирҙе. Рәсәйҙә, беҙҙәге һымаҡ, элеваторҙар, иген ҡабул итеү пункт­тары, һыуытҡыстар юҡтыр”. Ә инде күрше Ҡаҙағстанда булғанда Д. Ҡунаев һүҙҙе Зыя Нуриевтан башлаған: “Как он развернулся, как грамотно и быстро решает все проблемы! Какого человека дал стране башкирский народ!”
Мин яҙып үткәндәр, һандар һәм факттар З.Нуриевтың үҙ ҡулы менән яҙылған “Ауылдан Кремлгә тиклем” тигән иҫтәлектәренән алынды. М.Яма­лов авторлығында, күренекле дәүләт эшмәкәренең 100 йыллыҡ юбилейына арналып, “Зыя Нуриев” тигән матур эстәлекле китап былтыр донъя күрҙе.
Зыя Нуриевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөлә һәйкәл ҡуйһаҡ, урамдарға, мәҙәни усаҡтарға уның исемен бирһәк, был эш беҙҙең халыҡтың мәртәбәһен арттырасаҡ.

Шөғәйеп УСМАНОВ,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.



Вернуться назад