Баланы баҡсаға нисек урынлаштырырға?27.09.2016
Баланы баҡсаға нисек урынлаштырырға? Бөгөнгө көрсөк осоронда йәш әсәләр бала ҡарау ялында оҙаҡ тотҡарланмай, тиҙерәк эшкә сығырға ашыға. Йәш ғаиләнең, әлбиттә, сабыйҙы ҡарау өсөн кеше ялларға аҡсаһы юҡ. Берҙән-бер юл – нисек тә баланы баҡсаға урынлаштырыу.


Унда сират оҙон булғанға, йәш әсәләр бәпес тыуғас та ғариза яҙа. Элеккесә балаға ике-өс йәш тулғанын көтөп, һуң ғына сиратҡа баҫҡандар юҡ хәҙер. Заман технологиялары йәш әсәйҙәргә ғаризаны өйҙән сыҡмай ғына яҙып, компьютер аша рәсми сайтына www.gosuslugi, йәғни дәүләт хеҙмәттәре порталына ебәрергә мөмкинлек бирә. Ғаризаны тултырғанда, дүрт балалар баҡсаһын һайлау шарт. Шуға иғтибар итегеҙ: сиратҡа даими йәшәгән йәки ваҡытлыса теркәлгән урын буйынса торорға мөмкин. Дүрт балалар баҡсаһының береһе өҫтөнлөклө буласаҡ. Һеҙ мәғлүмәт биргәндән һуң уларҙы база буйынса тикшерәсәктәр. Һуңынан ғына электрон адресығыҙға һәм порталдағы шәхси кабинетығыҙға ғаризаның статусы хаҡында яуап киләсәк.
Йылына бер тапҡыр булһа ла нисәнсе урында тороуығыҙҙы тикше­­рергә онотмағыҙ. Әйткәндәй, балалар баҡсаһына юллама көткән осорҙа йәшәгән урынығыҙҙы алмаштырһағыҙ, ғаризағыҙға үҙгәреш­тәр индерергә, йәғни яңы йортоғоҙ янындағы балалар баҡсаһын күрһәтергә кәрәк.
Республика халҡы “Башҡортостан Республикаһында балалар баҡсаһына электрон сират” республика порталы аша ла сиратҡа баҫа ала. Сираттан тыш балалар баҡсаһына хоҡуҡлылар:
– күп балалы ғаиләләрҙәге сабый­ҙар (өс һәм унан да күберәк булһа);
– етем балалар, ата-әсә ҡара­уынан ҡалған һәм ғаиләгә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) йә патронат тәрбиәгә бирелгән балалар;
– опекалағы балалар;
– Чернобыль АЭС-ы фажиғәһендә радиацияға эләккән граждандарҙың балалары;
– судья, прокурор, тикшереү комитетында эшләгән хеҙмәткәр­ҙәрҙең балалары.
Балалар баҡсаһынан урын юллау өсөн льготалар исемлеге Өфөнөң мәғариф идаралығы сайтында бирелгән. Республиканың башҡа ҡала һәм райондарында йәшәгәндәргә урындағы хакимиәттең мәғариф бүлектәренә мөрәжәғәт итеү зарур.
Балалар баҡсаһына сиратҡа баҫыр өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
1) баланың тыуыу тураһында таныҡлығы;
2) ғариза биреүсенең паспорты;
3) сабый теркәлгән йорт адресы;
4) балалар баҡсаһынан сиратһыҙ урын алыуға ташламаларҙы раҫлаған документтар.
Сират еткәс, һеҙгә смс-хәбәр йәки хат килер. Был осраҡта ҡағыҙ документ алырға кәрәкмәй, шунда уҡ һеҙгә урын бирелгән баҡсаға мөрәжәғәт итегеҙ. Балағыҙҙы мәктәпкәсә йәштәге төркөмгә йөрөтөү буйынса килешеү төҙөү мөһим. Йүнәлтмә алғандан һуң баланың медицина картаһын тултырыу талап ителә. Уны һеҙгә үҙегеҙ теркәлгән урындағы поликлиникала бирергә тейештәр. Тикшереү үтеү һәм медицина картаһы алыу өсөн ике аҙналай ваҡыт үтер. Балалар баҡсаһы мөдире һеҙҙән юллама, полис һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ата-әсәнең паспорт күсермәләре, ташламалар булған осраҡта уны раҫлаған документтарҙы һораясаҡ. Шунан һуң ғына балалар баҡсаһы һәм сабыйҙың ата-әсәһе араһында килешеү төҙөлә.
Баҡса өсөн күпме түләргә кәрәк? Ата-әсәләргә ярҙам йөҙөнән дәүләт хаҡтың бер өлөшөн компенсациялай. Был сумма ғаиләләге балалар һанына бәйле. Әгәр балағыҙ берәү генә икән, Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уртаса түләмдең – 20 проценты, ике бала булһа 50 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Әгәр балалар өсәү булһа, компенсация 70 процент тәшкил итәсәк. Ташлама алыу өсөн сабыйығыҙ йөрөгән учреждение етәксеһенә ғариза яҙырға кәрәк. Шулай уҡ бер ата-әсәнең паспорты, бөтә балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы талап ителә. Баҡса өсөн түләү тейешле суммаға тиклем кәметеләсәк.
Балағыҙҙы баҡсаға урынлаштыра алмаһағыҙ, йәғни ваҡытында ғариза яҙып та сират ҡыбырламаһа, өмөтө­гөҙҙө өҙмәгеҙ. Ярҙам һорап йәшәгән урынығыҙҙағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

И. ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.


Вернуться назад