Хужалар ниндәй – хужалығы шундай27.09.2016
Әхәт Әбдрәхимов етәкселегендәге илле биш йыллыҡ тарихы булған “Ағиҙел” балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерында быйыл өс йөҙҙән ашыу бала ял итте. Әбйәлил районынан, Стәрлетамаҡтан, Өфөнән, Бөрйән районының төрлө ауылдарынан булды улар. Балалар лагерҙа ата-әсәһенән айырым йәшәргә, үҙаллы тормошҡа өйрәнде. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, яңы дуҫтар табыу, бер-береңә яҡшы мөғәмәләлә булыу – лагерҙың төп маҡсаты.
“Иң әҙәпле бала”, “Иң шәп отряд”, “Иң матур йыйыштырылған бүлмә” һәм башҡа конкурстар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Дарыу үләндәрен йыйып киптереп, уларҙың файҙаһын аңлатыу эше лә яҡшы ҡуйылды. Вожатыйҙарыбыҙ, балаларыбыҙ тарафынан ҡырҡтан ашыу төрлө дарыу үләне әҙерләнде. “Асыҡ ишектәр” көнөндә ата-әсәләр лагерҙың тормошо менән танышты. Быйыл балалар көн һайын рәхәтләнеп һыу инде.
“Ялҡын”, “Аҡбуҙат”, “Арғымаҡ”, “Дуҫлыҡ” төркөмдәре Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы нигеҙендә эшләне. Был программаны тормошҡа ашырыуҙа Байназар мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы, лагерыбыҙҙың осҡон сәсрәтеп торған өлкән вожатыйы Сәйҙә Сәйәхованың роле ҙур булды. Ул лагерь көндәлеге буйынса ойошторолған матур эштәре хаҡында ҡыуанып бәйән итте.
Педагогик коллектив лагерға конкурс нигеҙендә генә һайлап алынды. Теләүселәр күп булһа ла, ҡайһы берәүҙәр һайлап алыу турынан үтә алманы. Республика лагерҙары араһындағы мәртәбәле конкурста өсөнсө урынды яуланы “Ағиҙел”.
Бизнес көнөн иғлан итеү балаларҙы бик шатландырҙы. “Еҙ үксә” бейеү конкурсы ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Өфөнән килгән, психологтар балаларға тест үткәрҙе, уйындар ойошторҙо. Был балаларға тормошта дөрөҫ йәшәүгә юл күрһәткән бик матур сара булды.
Төрлө түңәрәктәр эшләне, йәнһүрәттәрҙән һәм нәфис фильмдарҙан төҙөлгән ҡыҙыҡлы ғына ярыштар ҙа ойошторолдо. Балалар үҙҙәренең бик күп белеүҙәре, зирәклектәре, актерлыҡ һәләттәре менән һоҡландырҙы.
Өс смена буйы гөрләп торған лагерыбыҙ бөгөн шат тауыштарҙан тынып ҡалды.