Нәфрәт сиренең тамыры тәрәндә27.09.2016
Нәфрәт сиренең тамыры тәрәндә Төбәктең бер ауылында үҫмер егеттең үгәй атаһынан ҡотолоу маҡсатында йортҡа ут төртөүе, бер туған ҡустыһының да шунда янып үлеүе тураһындағы хәбәр, моғайын, күптәрҙе тетрәндермәй ҡалдыр-мағандыр. Ни өсөн йәш үҫмерҙең ундай аҙымға барыуы хаҡында күптәр уйлап та ҡарамай, уны ғәйепләргә, тейешле яза бирергә кәрәк, тигән фекергә килде. Дөрөҫ, енәйәт ҡылғаны өсөн яуап тоторға тура килер егеткә. Әммә тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан йәш егеттең ни өсөн бындай аҙымға барыуының үҙ сәбәптәре барҙыр, уныһын тейешле органдар тикшерер, үҙ һүҙен әйтер. Тик ғәҙелһеҙлеккә түҙмәй, ҡурҡыныс алымдарға мөрәжәғәт иткән бала-саға һаны күбәйеүе борсомай ҡалмай.
Сираттағы командировкала йөрөгәндә бер мәктәптә башлан-ғыс кластар уҡытыусыһының шаҡ ҡатып бер хәлде һөйләгәне хәтеремдә. Билдәле булыуынса, мәктәп ашханаһында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәрҙе башҡа уҡыусыларҙан айырып ашатыу ҡаралған. Уларға өҫтәмә рәүештә емеш-еләк, йәшелсә, һут бирелә. Бер өҫтәлдә йәнәш ултырған бала быларҙан мәхрүм ҡала. Ризыҡты айырым төрөп, башҡаларҙың күҙ алдында эшләүҙәре күпселек балалар араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙыра. Уҡытыусының әйтеүе буйынса, әсәһе улын һәм һеңлеһен яңғыҙы тәрбиәләгән ғаиләләге малай ошо хәлдән һуң, күҙ йәштәренә төйөлөп, уҡытыусы янына килә лә: “Апай, ни өсөн уларға алма, банан бирәләр, ә беҙгә юҡ?”– тип һорай. “Минең дә атайым юҡ бит”, – тип илауына бер һүҙ өндәшә алмаған педагог хәлде төшөндөрөргә тырыша. Уны тыңлап торған малай нәфрәтле күҙҙәрен төбәп: “Ундай ҡарар сығарған түрәләрҙе мин ҙурайғас үлтерәм”, – тип ҡысҡыра.
Ошо хәлде аптырап та, ҡурҡып та һөйләне беҙгә уҡытыусы. Уйлап ҡараһаң, бала күңеленә кескәй саҡтан уҡ нәфрәт орлоғон беҙ үҙебеҙ һалабыҙ түгелме һуң?! Тормоштағы ғәҙелһеҙлекте улар күреп үҫә, тиңдәштәренең уларҙан юғарыраҡ булыуын (кейем-һалым, ҡиммәтле телефон һ.б.) икәнлеген аңлай, шунлыҡтан тартына, үҙ-үҙенә бикләнә. Аҡрынлап ошо төйөн күңелендә ҙурайғандан-ҙурая, ваҡыт үтеү менән шеш ярылып тышҡа сыға... Эйе, күп балалы ғаиләлә үҫкән балаларға нығыраҡ иғтибар бүленә. Йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына бушлай юллама бирелә, мәктәп яны лагерҙарында уларға айырым алма-хөрмә таратыла. Шул уҡ ваҡытта балаһын үҙ көсө менән тәрбиәләгән, бюджет өлкәһендә эшләмәгән башҡа ата-әсә үҙ аҡсаһына путевка ала. Төрлө сәйәхәт, экскурсиялар булһынмы, иң беренсе нәүбәттә уларҙы яҙабыҙ. Ошоно күргән, күп нәмә­нән мәхрүм башҡа балаларҙың күңелендә ауыр хис-тойғо уяныуына иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Аҙаҡ, ниндәйҙер хәл килеп тыуһа, тотонабыҙ күмәкләп кемделер ғәйепләргә...
Үрҙә телгә алған үгәй атаһы-ның үлемен теләгән үҫмерҙең, ғәҙелһеҙлектән нәфрәтләнгән, бәләкәйҙән күңелендә ауыр тойғо йөрөткән башланғыс класс уҡыусыһының күңелен аңлаусы табылырмы, уға ярҙам итеүсе булырмы?! Әйтеүе ҡыйын...






Вернуться назад