Иң яҡшылар “Баш ҡала ҡаҙанышы” премияһы менән бүләкләндеТик үҙен генә ҡайғыртып, үҙенең мәнфәғәтендә генә йәшәмәгән, йәмғиәтебеҙгә файҙалы булырға ынтылған, башҡалар бәхетенә изгелек ҡылған кешеләр һәр ҡалала, шул иҫәптән Өфөлә лә бар.
Ундайҙар яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләмәй, файҙалы эш башҡарыуҙы һәм башҡаларға ярҙам итеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Беҙ был кешеләрҙең күптәрен хатта йөҙгә лә белмәйбеҙ, ғәҙәттә, интервью ла биреп бармайҙар, телевидениенан сығыш яһамайҙар, ләкин улар тураһында эштәре һөйләй.
Был көндө Ҡала мәҙәниәт һарайына килгән халыҡҡа Өфөнөң иң лайыҡлы кешеләрен күрергә мөмкинлек тыуҙы. Тик бөгөн генә, “Баш ҡала ҡаҙанышы” VI ҡала йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы ваҡытында, ошо исемде үҙҙәренең көндәлек изге эштәре менән яулаған өфөләр сәхнәгә саҡырылды. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында! Төҙөүселәр, табиптар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар, студенттар һәм башҡалар. Алты йыл эсендә “Баш ҡала ҡаҙанышы” йәмәғәт премияһына әүҙем, ҡайғыртыусан, битараф булмаған, мәрхәмәтле 330 өфөлө лайыҡ булған. Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондына нигеҙ һалыусы Искәндәр Сираев билдәләүенсә, күптәр йәмғиәткә файҙалы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған, Өфө сәскә атһын, үҫһен, матурайһын, төҙөкләнһен, йәшәргә, эшләргә, ижад итергә, уҡырға уңайлы булһын өсөн ҙур көс һалған.
"Беҙгә бер нисә миллионды Радуловҡа биреү отошломо, әллә биш йылдан һуң чемпион исеме яулаясаҡ үҫмерҙәрҙе әҙерләүсе ал-ял белмәгән тренерғамы?" – тип залға мөрәжәғәт итте ул. Әлбиттә, халыҡ һуңғыһын хупланы. Был дөрөҫ тә: өфөләр үҙ ҡалаһы өсөн тырышҡанда ваҡыт менән иҫәпләшмәйәсәк.
Конкурста еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде: "Өфө – төҙөк ҡала", "Өфө – бай һәм иҡтисади үҫешкән ҡала", "Өфө – ҙур административ үҙәк", "Өфө – халҡы үҫешкән ҡала", "Өфө – юғары фән, мәҙәниәт һәм спорт ҡаҙаныштары ҡалаһы", "Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн йәмәғәтселектең таныуы".
Премияға лайыҡ булыусылар араһында үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлеген үҫтереүгә өлөш индереүселәр генә түгел, мохтаждарға ярҙам итеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, төрлө хирургик патология сирле яңы тыуған сабыйҙарҙың һаулығы өсөн көрәшкән балалар табибы, неонатолог Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы Латипова, 17-се балалар дауаханаһының баш табибы Салауат Ҡыуатов, балалар китапханалары берекмәһе мөдире Әлфиә Йәмлехан ҡыҙы Юнысова һәм башҡалар. Шундай эскерһеҙ эштәре менән айырылып торған шәхестәрҙе ваҡытында күрә белеүҙәре ҡыуандыра.
Фаил Ҡылысбаев