Скверҙар төҙөкләндерелә23.09.2016
Скверҙар төҙөкләндерелә Өфөнөң Октябрь проспектында ике сквер төҙөкләндерелә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте эргәһендәге скверҙа уңайлы эскәмйәләр ҡуйыла.


“Мир” фирмаһы” туҡталышынан йыраҡ түгел урынлашҡан тағы ла бер скверҙа, яңыртылған юлдарҙан, сәскә түтәл­дәренән, эскәмйәләрҙән тыш, боландар сағылған скульптур композиция барлыҡҡа килде.
Баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә даими иғтибар бирелә. Парктар, скверҙар һәм аллеялар Өфөнө матурлап ҡына ҡалмай, уға уңайлыҡ, ҡот өҫтәй. Әле “Парк эсендәге ҡала” концепцияһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡалала ял итеү урындарын үҙгәртеп ҡороу, яңы зоналар булдырыу йәһәтенән әүҙем эш башҡарыла. Һуңғы биш йылда ғына Башҡортостандың баш ҡалаһында 28 ял урыны төҙөклән­дерелгән, 17 яңы зона асылған. Урам­дарҙы яҡтыртыу, йәшелләндереү, парктарҙа һәм скверҙарҙа уңайлыҡтарҙы арттырыу эше лә алып барыла.




Вернуться назад