Булмыштары көҙ миҙгеле һымаҡ23.09.2016
Мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар тормошта юғалып ҡалмай. Йәмғиәттә үҙеңде башҡалар менән тиң тойоу өсөн күпме ихтыяр көсө талап ителә, күпме ҡаршылыҡ аша үтергә тура килә. “Родина” кинотеатрында тантаналы кисәлә тәбрикләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ауыртыныуҙы һәм ҡаты сирҙәрҙе еңеп яңынан аяҡҡа баҫҡан, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан.


Рәйхана Фәйләсүпова, ҡаршыһына килгән автомашина менән бәрелешкәндән һуң, дүрт йыл буйы хәрәкәтһеҙ ята, Мәскәү һәм Екатеринбург дауаханаларында һаулығын нығыта. Ниһайәт, бөгөн ул үҙен бик һәйбәт тоя. Спорт уйындарында, сәхнә һөнәрҙәрендә уңыштар ҡаҙанған.
Ә Лилиә Федорова ғаиләһендә ҡыҙы менән булған сетерекле хәлдән һуң инвалид креслоһына ултырған. Үҙенә бикләнеп, яҙмышына үпкә белдерә торғандарҙан түгел. Ошо хәлендә лә спорт менән мауыға. Теннис – уның яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Бал бейеүҙәрен дә оҫта башҡарған. Тренеры мәрхүм булыу сәбәпле, был шөғөлөн ваҡытлыса туҡтатып торорға мәжбүр.
– Мин үҙемә генә бикләнеп, сиргә бирешеп өйҙә ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең кеүек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә “аралашығыҙ, ярышығыҙ, тормош ул – йәшәү өсөн көрәш” тип әйтер инем, – ти Лилиә Марат ҡыҙы.
Әҡлимә Мөхәмәтйәнова – тыумыштан инвалид. Уның ҡул суҡтары юҡ. Ошо хәлендә лә ул төшөнкөлөккә бирелмәй, юғары юридик белем ала. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Шәхси йортонда – хужалыҡта ер ҡаҙа, бисер менән оҫта итеп сигеү сигә, сәхнәләрҙә моңло итеп йырлай. Тормош һынауҙары алдында һис бирешә торғандарҙан түгел ул.
Өфө ҡалаһы инвалидтар ойошмаһында 700-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә. Әммә көсһөҙ зат, бәхетһеҙлеккә тарыған ир-атҡа ҡарағанда, тормошҡа тиҙерәк яраҡлаша, тормоштағы үҙгәрештәрҙе лә еңелерәк кисерә һәм яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә ынтыла.
– Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы көҙгө миҙгелдә тәбрикләүебеҙ осраҡлы түгел. Уларҙың булмышы мул һәм емешкә бай көҙ айҙары һымаҡ. Гүзәл заттар – донъя тотҡаһы, ғаилә күрке, шуға ла был тантананы йылына ике тапҡыр – ҡатын-ҡыҙҙар байрамында һәм көҙгө муллыҡта – үткәреүҙе матур йолаға әүерелдерергә ниәтләйбеҙ, – тине “Мир” мөмкинлектәре сикләнгәндәр ойошмаһы рәйесе Владимир Горбунов.




Вернуться назад