Маһайғандың уңышы бер көнлөк23.09.2016
Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәңдәгеләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла булышлыҡ күрһәтмәһә, бер нигә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә “Мин!” тиеүҙән һаҡланырға кәрәк.
Был һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән шайтан. – Һин мине уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәб­берлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тип өйрәткән ул. Ошоға бәйле бер хикәйәтте лә иҫкә төшөрөп үтәйек. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, ифрат бай кеше булған. Уның мөлкәте һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянып баҡһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның бар байлығын ер йотҡан...
Ғөмүмән, әҙәм балаһы һис кемдең булышлығынан тыш донъяға килә, тормош көтә аламы? Шуның өсөн дә иманы булған кеше бәләкәй генә уңышы өсөн дә иң тәүҙә туғандарына, яҡындарына рәхмәт белдерергә, эшендә ярҙамы тейгәндәрҙе хәтеренән сығармаҫҡа, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш. Һөҙөмтәлә “Мин!” тип маһайыуға урын ҡалмаҫ, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға юл асылыр.


Вернуться назад