Һәр һүҙе Бөйөк23.09.2016
“Ҡөрьән Кәрим” 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек. Ләкин береһен дә айырып ҡарарға, быныһы әһәмиәтлерәк, уныһы түбәнерәк тип баһаларға хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәғәлә еткергән һәр һүҙ бөйөк.
Ҡөрьән мәжлестәрендә аяттарҙың төрлөһөн уҡырға мөмкин. “Ниңә быныһын алдың, икенсеһе кәрәк ине” кеүек дәғүәләр булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта оҙаҡ уҡыу ҙа килешмәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бындайҙы өнәмәгән. “Халыҡты ялҡытырға ярамай”, – тип шелтә белдерер булған ул.