Маяҡ булыр хаҡ юлда23.09.2016
Маяҡ булыр хаҡ юлда Быйылғы изге Ҡорбан ғәйете Үрге Тимкә тарихына икеләтә байрам булып уйылды: ауылда иман йорто асылды. Муллыҡ айында күңеле рухҡа тулышты халыҡтың. Тантанаға йыйылған ҡәрҙәштәребеҙҙең күтәренке кәйефе, сикһеҙ шатлығы күктәргә ашты: шыңшыу болоттарҙы тиҙ генә ҡыуалап, ҡояш йылмайып ебәрҙе.

...Тыуған ауылында төпләнеп, ғүмер буйы колхозда эшләгән Наилә менән Наил Мусиндарҙың күңел төпкөлөндә гелән бер хыял йәшәй: “Их, иман йорто булһын ине Тимкәбеҙҙә. Ата-бабабыҙ һалған хаҡ юлдан барыуын дауам итер ине халҡыбыҙ”. Ләкин осорҙоң ҡоролошо башҡаса. Берәй ҡасан тормошҡа ашырмы һуң теләктәре? Хаҡ юлыбыҙ өҙөлөп ҡалмаҫмы? “Иншаллаһ, барыһы ла яҡшы булыр, – тип өмөтөн юғалтмай Мусиндар. – Тапалған һуҡмаҡтың иң ышаныслыһы икәненә йәнә бер ҡат инанасаҡбыҙ әле”.
Эйе, килә был көндәр. Хал­ҡыбыҙҙың яйлап иман юлына баҫа башлауын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисергән Мусиндарҙың күңелендә ауылда мәсет асыу теләге дөрләп ҡабына. Әммә өлгөрә алмай өлкәндәр: тәүҙә – Наилә апай, унан Наил ағай баҡыйлыҡҡа күсә. Ләкин яҡты хыялдары һүнмәй. Ҡәҙерле ата-әсәһенең ғүмерлек теләген тормошҡа ашырыуҙы оло бурысы итеп тойған Фаил, Дамир һәм Айрат Мусиндар мәсет һалыу эшенә бергәләп тотона. Ауылдаштары дәррәү ярҙам итә, ҡул көсө менән дә, һүҙ аша ла ҡеүәтләп, уртаҡ хеҙмәткә тос өлөш индерә. Һөҙөмтәлә бер йыл эсендә иман йорто әҙер ҙә була. Уны нисек атау мәсьәләһендә лә фекерҙәр берегә: “Наил-Наилә”.
Мәсетте асыу тантанаһы йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәргә, ихлас теләктәргә бай булды. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, имам-хатип Фитрат Бикмырҙин һәм башҡалар барыһы ла төҙөлөштә ҡатнашҡан бөтөн кешегә рәхмәт әйтте, ғибәҙәт­хананың әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәктәбе булырына, халыҡты туплар изге урынға әүерелеренә ныҡлы ышаныс белдерҙе. Бында Ислам ғәмәлдәре башҡарылыр, дини байрамдар, исем ҡушыу, никахлашыу тантаналары уҙыр, йыназалар уҡылыр, дәрестәр үткәрелер, кәңәштәр бирелер. Ғөмүмән, ишеге гелән асыҡ булыр иман йортоноң.
Мәсеттең эсендә лә, биләмәһендә лә башҡараһы эш күп әле. Ағалы-ҡустылы Мусиндар, мәҫәлән, бинаға һыу үткәрергә, балалар өсөн уйын майҙансығы булдырырға ниәтләй.
– Маҡсаттар күп, – тип уй-теләктәре менән уртаҡлашты Дамир Наил улы. – Беҙ, өс туған, Өфөлә йәшәһәк тә, тыуған ауылыбыҙға йыш ҡайтабыҙ. Дин юлындабыҙ, әл-хәмдү лил-ләһ. Изге төйәгебеҙҙә үҙебеҙгә өй һалырға ла ниәт бар. Өлкәнәйгән һайын тыуған тупраҡ, атай нигеҙе нығыраҡ тарта. Ауылыбыҙҙың йылдан-йыл күркәмләнә барыуына, йәштәрҙең үҙебеҙгә ҡайтып төйәк­ләнеүенә сикһеҙ һөйөнәбеҙ. Мәсет асылыуы ыңғай күренештәрҙе тағы ла арттырыр, иншаллаһ.
Күңелендә урғылған шатлыҡ хистәрен уртаҡлашҡандан һуң халыҡ йәмәғәт намаҙына йыйылды. Ихлас аралашыу, фекер алышыу, кәңәш­ләшеү ҡорбан ашы янында дауам итте.
Динебеҙгә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлап, иманлы улдар үҫтергән, тормошта яҡты эҙ ҡалдырған һоҡланғыс ғаиләнең рухы, һис шикһеҙ, ауылдаштарына хаҡ юлда маяҡ булыр. Ситкә тайпылдырмаҫ, ҡараңғыла ла аҙаштырмаҫ, яңғыҙ ҡалдырмаҫ, өшөгәнде йылытыр, йығылғанға ҡалҡынырға ҡул бирер.




Вернуться назад