Көтөп-көтөп тә әжәл килмәһә...23.09.2016
Көтөп-көтөп тә әжәл килмәһә... Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күпселеге “паллиатив медицина ярҙамы” тигән төшөнсәнең нимә аңлатҡанын белмәйҙер, моғайын. Белмәгәнең хәйерлерәк. Әллә кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙола барыуы, әллә әҙәм балаһының көсһөҙлөгө арҡаһында тыуған был хәл бөтә донъя өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Күптән түгел республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләүгә арналған кәңәшмә үткәрҙеләр.

Киләсәктә үҙен ниҙәр көтөүен бер кем дә белмәй. Михаил Булгаковтың “Мастер менән Маргарита” романында иблисте кәүҙәләндергән Воланд шулай ти: “Әҙәм балаһының ғүмер ахыры – үлем. Ләкин уныһы ғына ярты бәлә әле. Бик йыш ҡына ул һис көтмәгәндә үлеп ҡуя, бына бит эш нимәлә...” Әммә бында үҙен тәбиғәттең хужаһы тип иҫәпләгән заттың тағы бер хәле күҙ уңынан ысҡынған: уның ни тере, ни үле булмаған мәле лә һирәк түгел. Ул ауыр сир менән түшәктә ята, күҙҙәре асыҡ һәм тын ала ла кеүек, тик аяҡ-ҡулдары хәрәкәттән мәхрүм, хатта яҡындарын да таныр-танымаҫ хәлдә...
Рәсәйҙә ундай сирлеләрҙең һаны байтаҡ – 242 мең... Уларҙы бер нисек тә дауалап аяҡҡа баҫтырып булмай. Табиптарҙың бурысы, был бахырҡайҙар һуңғы сәғәттәренә хәтлем һыҙланмай ятһын өсөн, уларға ауыртыуҙы баҫҡан дарыу биреүгә йәки укол ҡаҙауға ҡайтып ҡала. Фәнни тел менән әйткәндә – паллиатив ярҙам күрһәтеү. Элегерәк сирлене һауыҡтырып булмаҫын төшөнгәс, табиптар уны туған-тыумасаһы ҡарамағына ҡайтарып ебәрә ине. Реанимация сараларын тулыһынса үтәп бөткәс, әлбиттә. Хәҙер уларҙы дауаханала һуңғы көндәренә саҡлы медицина ярҙамында ҡарау йәки йортона даими йөрөп хәлен мөмкин ҡәҙәре еңеләйтеү системаһы яйға һалына.
– Донъяла паллиатив ярҙамға мохтаж кешеләр һаны арта бара, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Сәмиғуллин. – Сир ниндәй генә ауыр формала булмаһын, ауырыуҙың тормош сифатын насарайтмау өсөн мөмкинлектәр һәр саҡ бар, һәм беҙ уларҙы файҙаланырға, шундай хеҙмәт күрһәткән белгестәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға бурыслыбыҙ.
Дәүләт Йыйылышындағы кәңәшмәгә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова ла саҡырылғайны. Уның әйтеүенсә, паллиатив медицина ярҙамы кешенең ғүмерен оҙайтыуҙы ла, дауалауҙы ла маҡсат итеп ҡуймай, һүҙ ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫыу, сирленең күңелен күтәрергә тырышыу, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ихтималлығына юл ҡуймау, кәрәкле социаль саралар күрһәтеү тураһында бара.
Табиптар аңлатыуынса, бигерәк тә яман шеш менән интегеүселәрҙең һыҙланыуҙан һәм үлем көтөүҙән йонсоуҙары менән йыш осрашырға тура килә. Уға ярҙам күрһәтеү еңелдән түгел, был осраҡта медиктарҙан ҙур түҙемлек тә, тотанаҡлыҡ та, шәфҡәтлелек тә талап ителә. Ҡайһы ваҡыт, әйтеүҙәренсә, был эшкә ирекмәндәр йәлеп итеү мөмкинлеге лә тыуа, әммә хәҙерге йәштәр араһында түҙемлек, сирленән ерәнмәү, сит кеше өсөн яуаплылыҡ кеүек сифаттарға эйә булыусылар күп түгел.
Көтөп-көтөп тә әжәл килмәһә...Әлбиттә, был хеҙмәт байтаҡ сығымдар талап итә. Былтыр ошондай сирлеләрҙе ҡарау ҡаҙна өсөн көнөнә 1 822 һумға төшһә, быйыл уның 1 951 һум тәшкил итеүе ихтимал, ә киләһе йылға ул 1 986 һум итеп планлаштырылған.
Үткән йыл республикала ололар өсөн – 68 (1 327 урын), балаларға дүрт (ете урын) дауалау ойошмаһы тәүлек әйләнәһенә паллиатив медицина ярҙамы күрһәткән. Шуларҙың икәүһе онкологик йүнәлешкә ҡарай. Тәбиғи, барыһын да дауалау учреждениеһында тотоу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә йортта хеҙмәтләндереү өсөн Өфөлә – биш, республика буйынса 14 күсмә бригада ойошторолған. Мохтажлыҡ та аҙ түгел: былтыр шундай ярҙам һорап 50 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың алты меңдән ашыуы йорттарына йөрөп хеҙмәтләндерелгән, 759 кешегә наркотиктар менән ярҙам итергә тура килгән.
– Ундай бригадаларҙың эше үтә лә тынғыһыҙ, төрлө ғаиләләрҙә булырға тура килә, шуға күрә мин һәр берегеҙгә ошондай бригада составында берәр көн эшләп ҡарарға тәҡдим итәм, был күп кенә проблемалар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға һәм тармаҡтың нескәлектәрен яҡшыраҡ белергә ярҙам итәсәк, – тине Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Милана Скоробогатова, кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларға мөрәжәғәт итеп.
Ҡатмарлы эштә проблемалар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Халыҡ ауыртыуҙы баҫыусы терапия һәм паллиатив медицина ярҙамы тураһында бик үк хәбәрҙар түгел. Тармаҡ-ара хеҙмәттәшлектә лә мәсьәләләр әленән-әле тыуып тора. Мәҫәлән, социаль тәьминәт, опека хеҙмәттәре менән. Кәңәшмәлә паллиатив ярҙам урындарын республика онкологик диспансеры кеүек дауалау ойошмалары эсенән сығарырға һәм айырым урынлаштырыу тураһындағы тәҡдим дә булды, сөнки бындай төр ярҙам медицинаның иң юғары иҫәпләнгән өсөнсө кимәлендә күрһәтелеүҙе талап итә.
Ундай сирлеләрҙең балалар араһында ла күбәйә барыуы айырыуса моңһоу. Ғәмәлдә әле йәшәй ҙә башламаған был ҡатлам араһында паллиатив ярҙамға мохтаждарҙың 70 проценты нервы ауырыуҙарынан интегә икән. Ләкин күпселек ата-әсә балаһын дауалау ойошмаһына йәки хосписҡа һалыуҙан баш тарта, һәм был аңлашыла ла – ғәзиздәрен һуңғы һулыштарына саҡлы эргәләрендә тотаһылары килә.
Рәсәйҙә дауалау ваҡыты уҙҙырылған яман шештән генә лә йылына 300 мең кеше донъянан китә! Инглиз ғалимы Сесилия Сондерс әйтеүенсә, ундай ауырыуҙарҙы тәрбиәләгәндә күңел берлеге медик-техник ярҙамға ҡарағанда ла мөһимерәк. Уның төп асылы шунда: сирлегә йәшәү менән үлем сиген үтергә ярҙам итеү. Көтөп-көтөп тә әжәл килмәүҙән дә ҡурҡынысыраҡ ғәмәл юҡтыр.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

*Мәғлүмәттәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.


Вернуться назад