Студенттар Учалыға юллана23.09.2016
24 – 26 сентябрҙә Учалыла “Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҫеш мөмкинлектәре” халыҡ-ара форумы уҙғарыла.
— Был сара — былтыр июлдә Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарының логик дауамы, тик ул йәштәр донъяһына ҡайтып ҡала. Форум Башҡорт дәүләт университеты алған федераль грант иҫәбенә ойошторола, — тине БДУ-ның уҡыу-уҡытыу эше буйынса проректоры Юлай Янбаев. — Был аҙнала командаларҙы Урал федераль университеты ҡабул итә. Улар “Students BRICS Games 2016” спорт ярыштарында ҡатнаша. 24 сентябрҙә ошо уҡ делегация Башҡортостанға килә. Беҙҙә форумдың фәнни-белем биреү блогы ойошторола.
Форум видеоконференциялар, онлайн-тапшырыуҙар форматында уҙғарыла. 24 сентябрҙә сараны ойошторған юғары уҡыу йорттары вәкилдәре спорт эшмәкәрлеге тәжрибәһе хаҡында һөйләйәсәк, Рәсәйҙә, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәрендә физик спортты үҫтереү мөмкинлектәрен тәҡдим итәсәк. Иртәгәһенә таныштырыу һәм эш сессиялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, дискуссия саралары көтөлә. Иң яҡшы практикаларға анализ яһаласаҡ, үҙ-ара эшмәкәрлек мәсьәләләре тикшереләсәк.
Әле меңдән ашыу студент ошо ҙур сарала ҡатнашырға теләк белдергән.