Байрамда музейҙар түләүһеҙ эшләй23.09.2016
Байрамда музейҙар түләүһеҙ эшләй Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә Республика көнөнә арналған сараларға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштору комитетының тәүге ултырышы булды.

Байрам осоронда байтаҡ саралар планлаштырыла. Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур концерт, ҡала һәм райондарҙа конкурстар, күңел асыу тамашалары, “Минең Республикам” социаль-иҡтисади акцияһы, мәктәптәрҙә тематик класс сәғәттәре, тармаҡтарҙағы алдынғыларҙы ҡотлау, сабыйҙарҙы һәм никахтарҙы теркәү тантаналары инә.
Республика көнөн байрам итеү буйынса төп саралар баш ҡалабыҙҙа уҙғарыла. Өфөнө тематик баннерҙар, сағыу конструкциялар биҙәйәсәк. Ҙур байрам программаһы 11 октябрҙә Ленин исемендәге майҙанда ойошторола.
Парламент Рәйесе билдәләүенсә, быйыл ҡиммәтле һәм шау-шыулы сараларҙан баш тартырға ҡарар ителгән.
— Байрамды билдәләүҙең ҡайһы бер алымдары иҫкерҙе, әүәлгесә ажиотаж тыуҙырмай, — тине ул. — Биш йыл элек Өфөләге салютты ҡарарға 60 мең кеше сыҡһа, һуңғы тапҡыр уларҙың һаны ни бары 12 мең булған. Шуға күрә байрам фейерверктарынан баш тартырға ҡарар ителде. Уға бүленгән аҡсаны файҙаланыуҙың ҡулайыраҡ юлы табылыр, моғайын. Уның ҡарауы, был көндө теләге булған һәр кеше музейҙарға түләүһеҙ инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.


Вернуться назад