Иң яҡшылар билдәләнде23.09.2016
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә Башҡортостандың иң яҡшы предприятиеларына төбәк Башлығының 2015 йылға продукция, тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендәге премияларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, наградаларҙы тапшырып, конкурста еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотланы һәм юғары сифат стандарттарын тәҡдим итеү маҡсатында предприятие коллективтары башҡарған ҙур эш өсөн рәхмәт белдерҙе. “Республика кимәлендә сифат өлкәһендәге сәйәсәт тиҙҙән өр-яңы формаға эйә буласаҡ, тауарҙар, хеҙмәттәр сифатын, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән дәүләт программаһы раҫланасаҡ”, — тип билдәләне ул.