Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...23.09.2016
Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем... Һәр миҙгелдең үҙ йәме. Тышта — алтын көҙ. Тимәк, тиҙҙән оло йәштәгеләр көнө. Атай-әсәйегеҙҙе, олатай-өләсәйегеҙҙе ниндәй бүләк менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ? Милләт­тә­шебеҙ — йәш эшҡыуар, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев иһә хәл иткән дә инде: Сибай ҡалаһында йәшәгән әсәһе Вәсилә Ғәли ҡыҙына “Башҡортостан” гәзитенә ярты йыллыҡ яҙылыу бүләк итте.
Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем... — Мин — рухлы кеше. Рухты миңә әсәйем һеңдергән. Шуға байрамдар, иҫтәлекле ваҡиғалар була ҡалһа, әсәйемде ниндәй ҙә булһа берәй үҙенсәлекле бүләк менән ҡыуан­дырырға тырышам. Йәшермәйем, был юлы ла оҙаҡ ҡына баш ватырға тура килде һәм... “Башҡортостан” гәзитенә туҡталдым. Милли... Ижадкәр... Иң мөһиме — рухлы... Ярты йыл буйына аҙнаһына өс тапҡыр минең сәләмем булып барып етәсәк ул ҡәҙерлемә, — ти Денис.
Ә һеҙ яҡындарығыҙға бүләк һайланығыҙмы?


Вернуться назад