Башҡортостанда Башҡорт Википедияһы әүҙем булдырыла. Проекттың энтузиаст-башлаусылары әйтеүенсә, киң билдәле интернет-энциклопедияның башҡорт сегментында ҡатнашыусылар берлеге бөгөндән шуға арналған мәғлүмәт релиздарын даими сығара башлай.
Башҡорт Википедияһы — һәр кем файҙалана алырҙай ирекле интернет-энциклопедиялағы дөйөм донъяуи проекттың бер өлөшө. Википедияның төп үҙенсәлеге шунда: интернет селтәренән файҙаланыусы һәр кем, күпселек осраҡта теркәлмәй генә мәҡәлә яҙа һәм уға төҙәтмә индерә ала. Теге йәки был мәҡәләгә индерелгән бөтә үҙгәреш шунда уҡ сайтҡа кергән бөтә кешегә күренә.
Википедия донъялағы 282 телдә булдырылған. Унда 20 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Википедия сайты — донъя буйынса кешене йәлеп итеү йәһәтенән бишенсеһе. Уға айына 400 миллион кеше инеп сыға. Ҡулланыусының туған телендә мәғлүмәт биреү мөмкинлеге — күп яҡлы энциклопедия булараҡ Википедияның төп өҫтөнлөктәренең береһе.
“Башҡортостан” мәҡәләһенең тәүге вариантын булдырған көн, йәғни 2005 йылдың 16 апреле, Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. 2012 йылдың 16 мартына ҡарата унда 15 830 мәҡәлә бар.
Мәҡәләләр һаны буйынса Башҡорт Википедияһы донъя исемлегендә 95-се, Рәсәй халыҡтары телдәрендәге бүлектәр исемлегендә икенсе урынды биләй.
Әлим Фәйезов.