Миҙхәттең Мәмбәт-баба юрауын аҡлағаны23.09.2016
Миҙхәттең Мәмбәт-баба юрауын аҡлағаны Ай ҡатыным Һағындыҡ, бармағың йыуан икән. Балаларың, нәҫел-нәсәбең йыйылыштарҙа алға сығып, һүҙ һөйләй алмаҫ, һүҙгә тупаҫ булыр. Ләкин балаларың, балаларыңдың балалары ла бай булыр. Шул байлыҡтары менән ауылдың башы булып, алдын бирмәҫтәр.

Мәмбәт-бабаның күрәҙәлек иткәне.

Сәмләнеү

1961 йылдың (беҙҙең өсөн тарихи) 1 сентябре. Беҙ, студент билетын кеҫәгә һалып, был – ысынбарлыҡмы, әллә төш кенәме икән, тигән кеүек, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, уны көнөнә күп тапҡыр ҡулға алып, һөйөнөстән ни ҡылырға белмәй йөрөүселәр, ул көндә Башҡорт дәүләт университетының бейек-бейек имән ишектәрен өлкән курстарһыҙ ғына асып индек.
Беҙҙең курста улай-былай артистарыңа биргеһеҙ бына тигән өс йырсы уҡый ине. Сафуан Әлибаев, Рәжәп (Венер) Шәрипов, Фәрҙиә Әмирханованы беҙ генә түгел, аҙаҡ тотош факультетыбыҙ “һандуғастар” тип таныны. Ундай баһаға өлгәшкәнгә тиклем, студенттарҙың БДУ кимәлендәге үҙешмәкәр коллективтарының смотры булды. Бына бер саҡ сәхнәгә өс егет сығып баҫмаһынмы! Конферансье иһә: “Тарих-филология факульте­тын­дағы башҡорт-рус бүлегенең икенсе курс студенттары Миҙхәт Мәмбәтов, Вәли Байморатов, Заһир Дәүләтбаев йырлай. Ибраһим Абдуллиндың “Бажалар” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдән “Өс бажа йыры”, – тигәс, туҡта, тыңлап ҡарайыҡ әле, тип шымып ҡалдыҡ. Йыр тамамланыуға, зал, осоп ки­тер­ҙәй булып, алҡышҡа күмелде. Беҙ: “Ы-һы”, – тип әйтергә лә өлгөрмәнек, конферансье яңғыҙ бейеү иғлан итте һәм сәхнә ур­та­һына йүгереп түгел, осҡондай осоп ҡына, баяғы егеттәрҙең береһе, Мәмбәтов тигәне, килеп сыҡты ла, ҡулдары осондағы ҡулъяу­лыҡтарын һелтәй-һелтәй, оса-төшә бейей ҙә башланы. Татар халҡының шаян бейеүен те­лә­һә ҡайһы татарыңдан да былайыраҡ итеп бейей. Сәхнәлә Хәйбулла егете тип уйламаҫ­һың да. Тағы дәррәү алҡыш. Беҙ иҫ-аҡылы­быҙға килеп тә өлгөрмәнек – сәхнәне универ­ситетыбыҙҙың бейеү ансамбле биләне. Ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ, баяғы Миҙхәт Мәмбәтов йәнә бейеп йөрөй...
– Дә-ә, – тип ҡуйҙы беҙҙекеләрҙән берәү.
– Һай! Һай! – тине кемелер, бейеүсене дәртләндерергә теләгәндәй итеп.
Был ауаздарҙа үҙебеҙҙең курста бейеүсе булмауына үкенеү ҙә, көнләшеү ҙә, ошо егет арҡаһында, икенселәрҙең көсөн танырға мәжбүр булыу тойғоһо ла сағылды, буғай. Сүп өҫтөнә – сүмәлә, тигәндәй, шул арала артҡы рәттән берәүҙең:
– Әт, нисек була ул! – тигәне ишетелде.
Үҙебеҙ ҙә өлкән курстар иҫәбенә инә башлағас ҡына, белдем. Был “ҡанатлы һүҙ”ҙе факультетыбыҙҙың берҙән-бер профессоры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев ҡулланырға ярата икән.

Бер атай балалары кеүек

1964 йылдың йәйе бик тә ямғырлы булды. Ҡара һыу сыҡты. Шунан алда ғына Өфө – Белорет трактын файҙаланыусыларҙың бары­һын да ҡыуандырып, Үҙән, Ҡағы ҡасаба­лары­на яҡын урындарҙа Ағиҙел аша һалынып бөт­кән өр-яңы ағас күперҙәр ҡул менән һыпырып алып ташлағандай ғына булды. Свай төпсөк­тәре генә һерәйешеп ҡалды. Тағы ла, тап бо­ронғоса, паромдарға ғына көн ҡалды. Шундай ғәрәсәтле мәлдә ҡыйыулыҡтары етеп, әллә йәшлек дыуамаллығы, ҡайнап торған дәрттәре арҡаһындамы, әллә шулар бөтәһе лә берҙәм сәбәп итеүҙәре һөҙөмтәһендәме, БДУ-ның концерт бригадаһы Бөрйән районына гастрол­гә килде. Хәҙергенән айырмалы рәүештә, ул саҡта Өфө – Бөрйән юлы асфальт түгел ине. Өфө – Белорет тимер юлы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.
Ямғыр һибәләүҙән туҡтамай. Шулай ҙа Иҫ­ке Монасип ауылының клубы энә төрткөһөҙ булып тулғайны. БДУ әртистәре янына, ха­лыҡ­ты йырып, саҡ үтелде. Бәй, күпселеге беҙ­ҙең бүлектекеләр ҙә баһа быларҙың! Курс­ташым Венера Әбүталипова, академик ялдан ҡайтыуыма курсташ буласаҡ Риф Мифтахов. Тағы кемдәрҙелер барлап өлгөрмәнем, шул арала:
– Әхмәт, һине бер күреүгә зар-интизар булыусы әсәйеңдән ҡайнар һәм һағынышлы сәләм! – тигәнгә, боролоп ҡараһам, шат йылмайып, Миҙхәт Мәмбәтов тора. Эргәһендә Вәли, Тимербай. Бөтәһе менән дә ҡосаҡлашып күрешеп сыҡтым.
Концерттың һәр номеры алҡыш менән бү­ләкләнде. Күптәр, шул иҫәптән яңғыҙ бейеүе менән Миҙхәт тә сәхнәгә ҡабат-ҡабат күтәрелде.
Таныш булһаҡ та, бығаса беренсе курс­тағыса ятһыныу тойғоһо менән генә аралашып йөрөлә ине, мосафир сифатында тыуған йортомда туҡталып, әсәйемдә ҡунаҡ булғандары бирле Миҙхәт менән беҙҙең ара шәйлә яҡыная барҙы. Был яҡынайыу, оҙаҡ та үтмәй, ысын мәғәнәһендәге (тимәк, хыянат­һыҙ) дуҫлыҡҡа әүерелде. Быға икебеҙҙең дә уртаҡ остаздары­быҙ, доцент Марат Хәләф улы Минһажетдинов менән башҡорт фольклор ғилеме өлкәһендә тәүге докторыбыҙ, профессор Әхнәф Нури улы Кирәев (Кирәй Мәргән) сәбәпсе булды. Беренсеһендә икебеҙ ҙә диплом эше яҙһаҡ, икенсеһе етәкселегендә фольклор ғилеме һөнәре буйынса филология фәндәре кандидат­лығына диссертация яҡлау бәхете тәтене. Шуға беҙ, атай наҙы күрмәй үҫкән быуын малайҙары, уның янында үҙебеҙҙе бер атай балалары кеүек тоя инек.

Ул –”Кирәй гвардеецтары” сафынан

Миҙхәт аспирант сағында ла кафедра тормошонда әүҙем ҡатнаша килгәйне. Диплом, курс эштәре, фольклор практикаһы менән етәкселек итте. Фән кандидаты булып алғас иһә, ҡамыт өҫтөнә ҡамыт кейергә тура килде. Етмәһә, Әмир Чанышев, Бәһиә Мәғәсүмова кеүек уҡы­тыусыларыбыҙ, тәжрибәле коллега­ла­рыбыҙ пенсияға сыҡҡас, кафедрабыҙ бушап ҡалған­дай булды. Булғаныбыҙ – утыҙ эсендәге егеттәр генәбеҙ. Кирәй Мәргәнде иҫәпкә алмағанда, иң өлкәнебеҙ – доцент Роберт Байымов, уға етә мин фәҡирегеҙ, унан доцент Тимерғәле Килмөхәмәтов та уның йәштәше Миҙхәт Мәмбәтов тороп ҡалдыҡ. Барыбыҙ ҙа йүгереп йөрөп эшләйбеҙ. Сыр-сыу, тартышты белмәй­беҙ. Ниндәй ғәмәл ҡылһаҡ та, бер ауыҙҙан, бер һүҙҙәнбеҙ. Әгәр берәйебеҙ берәй тәңгәлдә инициатива күрһәтә икән, мөдиребеҙ, аҡһаҡалдарса:
– Бәрәкалла! Бик хуп! Бына шулай гел инициативалы, гел әүҙем булыу кәрәк! – тип хуплап, йөпләп, кәрәк тапһа, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып торор булды. Беҙҙе ул саҡта “Кирәй гвардеецтары” тип кенә атап йөрөт­төләр. Роберт Нурмөхәмәт улы докторантураға киткәс, бөтә йөк беҙ өсәүгә төштө. Яңы йылға ҡарата ошо хәлде сағылдырып, фотолар файҙаланып, шарж-плакат эшләп элгәйнем: Кирәй Мәргән санаға китаптар тейәгән дә, сыбыртҡыһын болғап, тройканы ҡыуа. Ә тройка шул кафедраның ҡалдыҡ-боҫтоғон кәүҙә­ләндереүсе Тимерғәле дуҫ, йәнә мин фәҡи­регеҙ һәм Миҙхәт дуҫ. Ошо плакатты күргәс, мөдиребеҙ йылмайып ҡарап торҙо ла (ул юморҙы яҡшы аңлай торған кеше, үҙе лә юмор оҫтаһы ине), матур итеп йомарлап тотто ла ректорға китте. Юҡ. Ошаҡларға түгел.
– Бына беҙ ниндәй хәлдә ҡалдыҡ, Шәйхулла Хәбибуллович! – тип әйтер өсөн. Шуның берәй төрлө йоғонтоһо булдымы, нисектер, тиҙҙән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Суфиян ағай Сафуанов Роберттың дәрестәрен алып бара башланы. Әммә беҙгә бушанырға форсат булманы. Был ағайыбыҙ бер генә йыл уҡытты ла башҡа эшкә күсте. Шуға күрә Роберттың дәрестәрен, план һәм программаларҙан тыш, йәмәғәт башланғысында өҫтәмә йөк итеп, әлеге өс “гвардеец”ҡа алырға тура килде. Ғөмүмән, ҡайҙа, ниндәй эш атҡарһа ла, эреме ул, ваҡмы, яуаплы ҡарай белде Миҙхәт. Бында уның әрме хеҙмәтендә, студент сағында уҡ университеттың комсомол комитетында, әрменән ҡайтҡас, комсомолдың өлкә комитетында туплаған тәжрибәһе үҙенекен итер булды, моғайын. Шуға ла үткән йөҙйыллыҡтың 80-се йылдары башындараҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты коллективында ла үҙ урынын тиҙ тапты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә филология факультетында тәүҙә декан урынбаҫары, унан кафедра мөдире булып эшләй башланы. Республиканың Министрҙар Советына бүлек мөдире итеп саҡырылыуы ла, Хөкүмәт етәксеһенең урынбаҫары һәм Өфө ҡалаһы мэры урынбаҫары, Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы булып китеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Миҙхәт Мәмбәтовтың был дәүерҙәге эшмәкәрлеге республика, тотош илдең сәйәси тормошонда тыуған ҡатмарлы осорға тура килде. Бындай шарттарҙа дөрөҫ ориентирың булмаһа, һөрөнөүеңде көт тә тор. Ойоштороу тәжрибәһе, белеме, сәйәси әҙерлеге уны уңға-һулға сайҡалыу хәүефтәренән һаҡланы. Уның был һәләте Бөтә донъя башҡорттарының Беренсе ҡоролтайын әҙерләү дәүерендә айырыуса баҙыҡ асылды. Хөкүмәт башлығының урынбаҫары була­раҡ, ойоштороу эштәре буйынса уға бик күп һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде. Донъяның ҡайһы мөйөшөндә күпме башҡорт барын асыҡлау мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ. Ҡоролтай үтәһе 1995 йылға тиклем ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ берәүҙең дә, шул иҫәптән республика һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең төшөнә лә кермәне.
Теге йәки был һорау менән Хөкүмәт йортона килгән һайын, Миҙхәттең кабинетына инә йөрөйөм. Өҫтәл тулы исемлектәр. Ингән һайын, улар арта тора. Уның һайын, һөйөнсө һорағандай, ул, ҡыуана-ҡыуана, йә:
– Украиналағы милләттәштәребеҙҙе барлап бөтә яҙҙыҡ, йә:
– Австралияла, Канадала ла туғандар бар, имеш... – тип ҡаршы алыр булды.
Ҡоролтай тантаналы шарттарҙа гөрләп үтте. Был уңышта Миҙхәт Мәмбәтов һәм уның командаһының баһалап бөткөһөҙ ҙур эш ат­ҡа­рыуы ла сағылыш тапты. “Кирәй гвардеецы” була тороп, шулай булмай, ҡалай булһын, ти!

Юрағандың юш килгәне

Миҙхәттең хеҙмәт юлы хаҡында уйланған­да, күренекле ғалим һәм яҙыусыбыҙ, БДУ-ла беҙҙең бүлектә башҡорт халыҡ ижадынан дәрес алып барыусы, унда ла, миндә лә фольклорға һөйөү тәрбиәләүсе уртаҡ остазы­быҙ Әнүр Вахитов халыҡ романы тип атаған “Мәмбәт ырыуы шәжәрәһе”нең инешендә әйтелгән бик тә фәһемле һүҙҙәр хәтергә килә. Тотош ырыуға нигеҙ һалған һәм исеме шул ырыуҙың атамаһы (фәнни телдә әйткәндә, этнонимы) булып киткән Мәмбәт атлы аҡһаҡал бик тә һынсыл булған. Уның һынсыллығына шулар ҙа миҫал (яҙылыу стиле шәжәрәләгесә). Ырымбур губернаторынан үҙенә оҡшаған урындан ер һайларға рөхсәт алғас, шул уҙаман Тарихи Башҡортостандың көньяғы буйлап төрлө урынға сәйәхәт ҡыла.
Ҡайҙа бармаһын, бер ер ҙә күңеленә ятмай бының. Бер заман был Туҡ менән Соран буйҙарына барып сыға. Шул тирә оҡшағандай була быға, ләкин Мәмбәт тирә-яҡты байҡап тора-тора ла: “Өс йылға байып, бер көндә ярлы була торған ер икәнһең”, – тип ары китә. Әкиәт ҡаһарманы һымаҡ, китеп ултыра Мәмбәт, китеп ултыра. Китеп ултыра торғас, Эйек буйына килеп сыға. Килеп сыға ла, уның иңен-буйын байҡағандан һуң, бик оҡшата. Оҡшата ла үкенес менән һөйләшкәндәй итеп: “Ай, Эйек, һыуың да һыу икән, алабың (яланың, туғайың) да алаб икән! – тип һоҡланыуын белдерә лә, – ләкин, шулай булһа ла, һыуың ҙур – урыҫ тиҙ алыр”, – ти. (Ошо хаҡта хәбәр иткәндән һуң, шәжәрәсе быға шундай аңлатма биргән: “Беҙҙең ҡарттар әйтә торғайны: “Беҙҙең был яҡҡа ҡарағанда (йәғни хәҙерге Хәйбулла, Йылайыр яҡтары менән сағыштырғанда. – Ә. С.), Эйек буйын урыҫ ҡырҡ йыл элек алды”, – тип).
Шунан һуң Мәмбәт Ирәндеккә бара. Был тирә лә күңеленә ята. Тик, Ирәндектең данлыҡлы Күсем ташына менепме, тирә-яҡты байҡап тора-тора ла баяғыса: “Ай, Ирәндек, ерең яҡшы, аҫтың тулы алтын икән. Тик шул арҡала бер заман арҡаңды, сорҡалай, тишерҙәр (йәғни алтын эҙләп, шахталар соҡорҙар. – Ә.С.)”, – тигән (Башҡорт халыҡ ижады /төҙөүсе авторы Ә.М. Сөләймәнов. – Өфө: Китап, 2004. – 7-се том: Яҙма ҡисса һәм дастандар. – 277-278-се б.). Уның был юрауына шәжәрәсе: “Күҙеңде асып ҡара: Ирәндектең тишелмәгән тауы бармы? Юҡ бит”, – тип аңлатма биргән. Бәйгегә әҙерләнгән аттарҙы ҡарап сығып, ҡайһыһы беренселекте алырын да дөрөҫ юрай алған Мәмбәт.
Беҙҙе айырыуса уның Бөрйән ырыуынан Йомаш мулла ҡыҙы Һағындыҡты кәләш итеп алғас, ҡулын тотоп ҡарап әйткәне ҡыҙыҡһын­дыра. Ана ул ни тигән: “Ай, ҡатыным Һағындыҡ, бармағың йыуан, ҡыҫҡа икән. Балаларың, нәҫел-нәсәбең йыйылыштарҙа, алға сығып, һүҙ һөйләй алмаҫ – һүҙгә тупаҫ булыр. Ләкин... балаларыңдың балалары ла бай булыр. Шул байлыҡтары менән ауылдың башы булып, алдын бирмәҫтәр”.
Әгәр ҙә шәжәрәне артабан битләһәң, Мәмбәттең юрағанының ни тиклем ҙур теүәллек менән юш килеүенә инанаһың, Һағындыҡ менән уның затынан тыуған уландары араһында мулла, имам, хорунжий, есаул, майор, старшиналар күп; батырҙар ҙа, хажиҙар ҙа, сәсәндәр ҙә, хатта кантон башлығы ла күрһәтелгән. Әгәр ҙә мәгәр быуын-быуын төйнәлеп, быуындан быуынға һуҙылып килгән шәжәрә ебен бөгөнгө көнгә килтереп ялғаһаң, Мәмбәт ҡарттың ни тиклем дөрөҫ юрай алыусы күрәҙәсе һәм һынсыл булыуына төшөнөүҙән башҡа сараң юҡ.
Мәмбәт Һағындыҡ атлы ҡатынына әйткән юрауының юш килеүенә Әхмәтхандың улы Миҙхәт тә мул өлөш индерә.
Ҡайһы ваҡыт шулай була бит. Юғалт­ҡаныңды, донъя аҡтарғандай булып, эҙләйһең-эҙләйһең, ә ул ынтылып ҡына алмалы ерҙә ятҡан булып сыға. Иҫ инеп, ир ҡорона тулғас, Миҙхәт атаһының эҙен юллай башлай. СССР Оборона министрлығы архивына ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә. Әммә унан күңел йыуатырлыҡ хәбәр ала алмай. Шулай ваҡытты бушҡа исрафлап, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары менән осрашып, атаһын уларҙан һорашырға өлгөрмәй ҡала. Ошо дивизия хөрмәтенә Дим районында асылған музейға икенсе тапҡыр барғанында, осрашыуҙы алып барыусы ауыҙынан ул атаһы тураһында күп мәғлүмәт ишетә.
Ҡыҫҡаһы, Әхмәтхан Мәмбәтов кинйә улының күҙ алдына хәрби техник, политрук вазифаларын еренә еткереп үтәгән, яу ҡырында һынатмаған, дошманға үлемесле һөжүм итә белеүе менән танылған артиллерист булараҡ килеп баҫа. Яу ҡырында ла Әхмәтхан ағай Мәмбәт-баба юрауын юш килтерә алған. Шуны тағы ла икеләнмәҫлек итеп раҫлағандай булып, һуғыштан ул мотлаҡ офицер погондары тағып ҡайтҡан булыр ине. Үкенескә ҡаршы, уға Бөйөк Еңеү тантанаһын ғына түгел, Сталинград эргәһендә дошманды тар-мар итеп, һалдаттары, офицерҙары, генералдары менән бергә фашистарҙың маҡтаулы фельдмаршалдары Паулюсты әсир иткән көндө лә күрергә насип булмай.
Мәмбәт бабаһы юрағанды дәһшәтле яу ҡырында ла юш килтерә башлағанында ғына, Әхмәтхан ағайҙың ауыр яранан мәңгелеккә күҙен йомоуы – ошо ырымды ғәмәлгә ашырыу­ҙы, үҙе яуға киткәндә, мышнай-мышнай бишектә ятҡан кинйәһенә изге бурыстай итеп йөкмәтеүе менән бер. Ә кинйәһе, быға тиклем әйтелгәндәрҙән аңлашылыуынса, ул бурысты (шөкөр!) урын-еренә еткереп үтәй килә.
Шуға күрә лә беҙгә бары: “Шулай булған. Киләсәктә лә шулай булһын: Мәмбәт баба­ғыҙҙың юрауы һәр ваҡыт юш килеп торһон! Амин!” – тип, Миҙхәт Әхмәтхан улы, һиңә, һинең йөҙөңдә үҙ вариҫтарыңа ла, тотош алғанда, шул мәшһүр һынсыл бабаңдың барлыҡ вариҫтарына ла фатиха бирергә генә ҡала.
Ун етелә лә ебектәр була, ә һин етмеш биш тигән артылышҡа егеттәрсә артылаһың. Ҡотло булһын юбилейың, Миҙхәт дуҫ! Был теләгемә минең ише, ғәмәли ярҙамсыллы­ғыңды үҙ яҙмышында кисергән, һинең усыңдың йылыһы аша күңел йылыңды ла ҡабул иткән күптәр ҡушылыр, тип беләм. Һинең һымаҡ, сабый сағы һуғыш дәүеренә тап килеп, күптәре атайҙың ни икәнен дә белмәй үҫкән, заманында иҫәпһеҙ тойолоп, инде байтаҡҡа кәмей төшкән тиңдәштәреңә лә изге теләктәр!




Вернуться назад