Өләсәйҙәр өсөн... балалар баҡсаһы21.09.2016
Өләсәйҙәр өсөн... балалар баҡсаһы Ҡартлыҡтың нимә икәнен кеше үҙе шул мәлгә барып еткәс кенә аңлайҙыр, моғайын. Әгәр ҙә таянырҙай тормош юлдашың, ниндәй хәлдә булһам да ташламаҫтар, тип әйтерҙәй балаларың булһа, уның ҡурҡынысы юҡтыр. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай. Урыҫ яҙыусыһы С. Родионов “Неудавшийся эксперимент” тигән повесында кеше ғүмерен осорҙарға бүлә. Уныңса, “60 йәштән уҙғандар йәшәүенең һәр көнөнә ҡыуана, 70-тән уҙғанына бер сәғәт тә ҡыуаныс килтерә”.
Ә бына Сибай ҡалаһында оло йәштәгеләрҙең һәр ғүмер минуты шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итә, сөнки төбәктә ҡартлыҡта ла йәм һәм бәхет булыуына ышаныс уятҡан, алдағы көнгә өмөт осҡондары ҡабындырған үҙәк барлыҡҡа килде. Республикала тәүгеләрҙән булып социаль эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә эш башлаған “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең маҡсаты нимәлә? Ул ниндәй йүнәлештә эшләй? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында уның директоры Илһам ӘБДЕЛҒУЖИНға мөрәжәғәт иттек.


– Илһам Факил улы, яңы йүнәлештә эш башлаусыға еңелдән түгелдер. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр ҙә.
– Беренсенән, был өлкә миңә яҡыныраҡ: халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәгенә тиҫтә йылдан ашыу етәкселек итеүем байтаҡ тәжрибә бирҙе. Икенсенән, киләсәктә был йүнәлештәге эшҡыуарлыҡ халыҡ араһында киң танылыу аласаҡ. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡартлыҡ – һәр беребеҙгә килеп етә торған миҙгел. Кемдер быға әҙер, бәғзеләре юғалып ҡалыусан, хатта балалары ла ата-әсәһен ҡарауҙан баш тарта. Дөрөҫөрәге, уларҙың ваҡыты ҡалмай, күбеһе эш­ләй. Шуға күрә үҙәк тап шундайҙар өсөн бик уңай­лы: теләгәндә бер нисә айға, хатта ун көнгә тиклем ата-әсәһен беҙҙә ҡалдырып, үҙҙәре ҡайҙалыр ял итергә йәки башҡа ергә барып килә ала.
Ысынлап та, яңы йүнәлештә эш башлауы еңел­дән булманы. “Нимәгә ул һеҙгә?” – тип әйтеүселәр ҙә, бындай эштең кәрәклеген инҡар итергә тырышыусылар ҙа осраны. Үҙ эшемде социаль өлкәлә асыуға Рәсәй сәйәсәт мәктәбенең Башҡортостан филиалында курс үтеүем ҙур этәргес бирҙе. Бында мин “Өлкән йәштәге һәм инвалид граж­дандарға пансионат” проектын яҡлап сығыш яһаным.
– Пансионат тигәндәй, сит илдәге ҡарттар йорто күҙ алдына баҫа. Һеҙҙең хеҙмәт ошоға тиклем беҙ күнеккән ҡарттар йортон алмаштыра кеүек...
– Ябай тел менән әйткәндә, тап шулай. Билдәле булыуынса, илдә барған ҡулайлаштырыу “еле” ха­лыҡ­ты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен дә урап үтмәне. Ошоға тиклем эшләп килгән учреждение­ның күп кенә бүлектәре ябылды йәки икенсе урынға күсерелде. Шунлыҡтан яңы эш башлағанда коллек­тивты туплау ауырға тура килмәне: уларҙың барыһы ла дәүләт учреждениеһында эшләп, “Азатлыҡ”ҡа күсте.
– Үҙәктең төп маҡсатына килгәндә...
– Ярҙамға мохтаждарға күңел йылыһын өләшеү. Беҙҙең хеҙмәттәрҙең барыһы ла 2015 йылдың ғинуар айында ғәмәлгә ингән “Рәсәй Федерация­һында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы атҡарыла. Социаль хеҙмәткәрҙәр, оло йәштәгеләрҙең фатирҙарына йөрөп, уларҙың йортон йыйыштырып ҡына ҡалмай, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә түләй, кәрәк икән, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙә өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. Иртәнсәк ололарҙы алып килеп, кискә алып ҡайтырға мөмкин. Күптәр ҡарттар йорто тигән төшөнсәне әле булһа “унда тик ҡарауҙан мәхрүм ҡалған кешеләр генә йәшәй” тип уйлап яңылыша. Заман яңы талаптар ҡуйған кеүек, был йүнәлештә лә байтаҡ үҙгәреш күҙәтелә. Иң мөһиме — өлкән йәштәгеләр ҡараулы, тамаҡтары туҡ, өҫтө бөтөн, үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймай, бар яҡлап иғтибар һәм ихтирам күрә, аралаша, ял итә.
– Пансионатта урынлашыусылар өсөн дөйөм ҡағиҙәләр ҡаралғанмы?
– Әлбиттә, тәртип һәр ерҙә булырға тейеш. Беҙ үҙәккә килеүселәргә изгелек, йылылыҡ һәм ҡот өләшеү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ. Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Көн һайын уларҙы табип ҡарай, физик күнекмәләр үткәрелә. Теләүселәр өсөн хеҙмәт терапияһы ҡаралған, китаптар, гәзит-журналдар бар. Шулай уҡ төрлө концерттарға, театрҙарға, музейҙарға алып йөрөйбөҙ. Ҡағиҙәләргә килгәндә, улар юҡ та кеүек. Һәр кем яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирһә, шул етә. Араларында “беҙ аҡса түләйбеҙ” тигән һылтау менән үҙҙәре башҡара ала торған хәжәттәрен үтәмәүселәр ҙә юҡ түгел. Төрлө кеше осрай, һәр кемдең үҙ холҡо, үҙ ҡарашы. Әммә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр үҙ эштәренә ифрат яуаплы ҡарай, сабыр һәм түҙемле. Уларға шәхсән оло рәхмәтемде белдерәм.
– Әйткәндәй, үҙәккә килергә теләүселәрҙе тик Урал аръяғы райондарынан ғына алаһы­ғыҙмы?
– Тәү сиратта уларға өҫтөнлөк бирелә, әммә республиканың бүтән төбәгенән дә теләүселәр булһа, рәхим итһендәр!
– Илһам Факил улы, башлаған эшегеҙ оло хуплауға лайыҡ. Һуңғы ваҡытта Рәсәй, республика етәкселеге тарафынан төрлө эшҡыуар­лыҡ йүнәлештәре буйынса гранттар ҡаралған, һеҙ ошо тәңгәлдә эш алып бараһығыҙмы?
– Социаль эшҡыуарлыҡтың да грантҡа дәғүә итерлек бихисап юлдары бар. Әле беҙ был тәңгәлдә эш башлағанбыҙ һәм еңеп сығырыбыҙға ла ышаныс бар.
– Уй-ниәттәргә килгәндә...
– Улар күп. Ололар араһында түшәктә ятыусылар ҙа, физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә осрай, шуға күрә үҙәктең беренсе ҡатта урынлашыуы отошло булыр ине. Әле беҙ икенсе ҡатты ҡуртымға алғанбыҙ. Киләсәктә урындарҙы арттырыу өсөн эш алып барабыҙ. Бөгөн 25 урын бик аҙ, теләүселәр көндән-көн арта.
– Әйткәндәй, киләсәктә, ололар менән инвалид­тарҙан тыш, балаларҙы ла урынлаштырыу теләге бармы?
– Уныһын ваҡыт күрһәтер.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.



Вернуться назад