Пьеса яҙаһыңмы? Әйҙә, Әбйәлилгә!21.09.2016
Пьеса яҙаһыңмы? Әйҙә, Әбйәлилгә! Башҡортостанда йәш драматургтарҙың семинары уҙғарыла. Сараны ойоштороу­сылар һәм унда ҡатнашыусылар 3-8 октябрҙә Әбйәлил районындағы “Ирәндек” мәктәп лагерына йыйыла.

Ижад юлын яңы башлаған драматургтарҙың пьесаларын Башҡортостандың һәм Татарстандың тәжрибәле режиссерҙары, драматургтары баһалаясаҡ, анализлаясаҡ, кәңәш бирәсәк.
– Башҡортостанда драматургия бик ауыр хәлдә. Һуңғы 20 йылда Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Хәкимйән Зарипов, Рафаэль Сафин, Ғәзим Шафиҡов, Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков кеүек мәшһүр драматургтар арабыҙҙан китте. Республикала тиҫтәнән ашыу профессиональ һәм 200-гә яҡын самаһы халыҡ театры эш­ләй. Улар өсөн яңы пьесалар яҙылмай. Театрҙар сит авторҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итергә мәжбүр. Йәш драматургтарҙың семинары республикала драматургияны үҫтереүгә көслө этәргес бирәсәк тип ышанабыҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев.
Сараны республика Яҙыусылар союзы Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә ойоштора.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад