Күҙ нуры – иң ҙур бүләк21.09.2016
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Копенгагенда махсус наградаға лайыҡ булды. Институт офтальмологиялағы киң таралған диагноздарҙың береһе булған күҙҙәге селтәрле шекәрә сире сәбәбен асыҡлау һәм дауалау буйынса башҡарған эш өсөн билдәләнде.
Награданы институт директоры Мөхәррәм Бикбовҡа тапшырҙылар.
Бүләкләү тантанаһы Данияла йыл һайын уҙғарылған конгреста үтте. Сара барышында офтальмологиялағы төрлө йүнәлештәр буйынса өс конференция уҙҙы. Унда 63 илдән алты меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Конференциялар күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләренә, күҙҙәге мөгөҙсә шекәрәһенең йоғошло сирҙәренә, уны трансплантациялауға, рефракция хирургияһына, күҙҙәге яман шештәргә, катарактаны дауалауҙағы яңы алымдарға, күҙ яҫмағы патологияларына арналды. Төп программанан тыш, уҡыу курстары ойошторолдо, табиптар тәжрибә уртаҡлашты.
Сарала Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Медицина фәндәре докторҙары Ринат Фәйзрахманов менән Илдар Зәйҙуллиндың сығыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.