Францияла террорсыны эҙләйҙәр21.03.2012
Францияла өс баланы һәм дүрт өлкән кешене атып үлтергән енәйәтсене эҙләйҙәр. Ҡанҡойош Тулуза ҡалаһында булған. Республика президенты Николя Саркози Пиренеи төбәгендә террорға ҡаршы пландың иң юғары кимәлен иғлан иткән.
Һәләк булғандарҙың барыһы ла — йәһүдтәр. Террорсы ата-әсәләр балаларын мәктәпкә алып килгән ваҡытты һайлап һөжүм иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның радикаль төркөмдән булыуын фаразлай. Кисә илдә матәм көнө иғлан ителгән.


Вернуться назад