Башҡортостанда сусҡа тағуны таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Илеш районындағы М7, Бүздәк районындағы М5 трассаларында автотранспортты махсус йыуыу пункттары эшләй башланы. Ветеринария хеҙмәте сусҡасылыҡ продукцияһын, ҡатнаш аҙыҡ һәм малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташыған транспортты дезинфекциялауҙы күҙәтә. Башҡа йүнәлештәрҙә лә, атап әйткәндә, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш биләмәләрҙә ошондай уҡ пункттар асыу күҙаллана.
Быйыл алты ай эсендә Рәсәйҙең 17 төбәгендә Африка сусҡа тағуны теркәлгән. Башҡортостан да хәүефлеләр исемлегенә инә. Вирустың автотранспорт менән индерелеү ихтималы бар. Шуға күрә ҡатнаш аҙыҡ һәм сусҡасылыҡ продукцияһын ташыған автомобилдәр һанын кәметергә ҡарар ителде. Ит эшкәртеү предприятиеларының, ҡошсолоҡ һәм сусҡасылыҡ комплекстарының ҡалдыҡтарын республикалағы йәнлекселек ойошмаларына һатыу ҡарала. Башҡортостандан продукцияны ситкә сығарыу зарурлығы тыуһа, шәхси автотранспортты файҙаланырға рөхсәт ителә.