Йыл башынан алып Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙә йәшәү режимын боҙған 344 мигрантты үҙ иленә ҡайтарыу тураһындағы суд ҡарарын үтәне.
Сит ил граждандары илебеҙҙә йәшәү шарттарын боҙған өсөн мәжбүри рәүештә ҡайтарып ебәрелде. Башҡортостанда йыш ҡына Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан граждандары виза режимын күҙәтмәй. Төркиәнән, Ҡырғыҙстандан, Вьетнамдан, Молдованан, Нигериянан һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәрҙән дә республикала рөхсәтһеҙ йәшәүселәр бар.
Былтыр суд ҡарарҙарына ярашлы 588 мигрант үҙ иленә оҙатылған. Әйткәндәй, уларға биш йыл дауамында Рәсәйгә юл ябыҡ.