Ҡулыңдан һөйөн!21.09.2016
Ҡулыңдан һөйөн! Бала саҡтан ҡурсаҡтарына кейем тегергә яратҡан Рәфиә Солтанованың тегенсе булып китеүе осраҡлы түгел. Мәктәпте тамамлағас, документтарын һис бер икеләнеүһеҙ Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә тапшыра.

Күңеленә оҡшаған һөнәргә өйрәнеү уға еңел бирелә. Ҡулына диплом алғас дүрт йыл ҡаланың “Интерьер” ателье-магазинында эшләй. Тырыш ҡыҙыҡай заказ буйынса һатып алыусыларға төрлө әйберҙәр тегә, Рәфиә Рамазан ҡыҙына бигерәк тә пәрҙәләр менән эш итеү оҡшай. Интернет селтәрендә дизайн, тегеү-нағышлау серҙәре менән таныша, заманса ламбрекен яһау буйынса махсуслаша.
Тормошҡа сыҡҡас, йәштәр тыуған яғына ҡайта. Игеҙәктәре Әл­мира менән Әмиргә өс йәш тулғас, йәш әсә үҙ эшен асыу тураһында хыяллана. Ниәтен яҡын­дарына белдергәс, улар теләгенә ҡаршы килмәй, киреһенсә, бар яҡлап ярҙам итәсәктәрен бел­дерә. Район ха­кимиәте етәкселеге йәш эшҡы­уарға үҙ эшен асыу­сыларға тәғәйенләнгән 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүлә. Был аҡсаға Рәфиә Японияла етеш­терелгән сифатлы теген машиналары һатып ала һәм элекке дауахананың буш торған бинаһының ике бүлмәһен ҡуртымға алып, теген цехы асыуға өлгәшә.
Әле унда ике кешегә эш урыны булды­рылған. Ғүмере буйы Юлдыбай көнкүреш йортонда тегенсе-бесеүсе булып эшләгән Гөлсирә Сапта­рованың уртаҡлашыр тәжри­бәһе күп, ә Айһылыу Мәҡсүтованың был шөғөлгә яңы тотоноуы.
— Туҡымаларҙы Магнитогорск ҡалаһынан күмәртәләп һатып алам, күберәк һорау буйынса тегәбеҙ. Халыҡ һатып алған әйберҙәрен ҡыҫҡартырға, йүнәттерергә, замогын алмаш­ты­рырға алып килә. Шулай уҡ сәхнә өсөн башҡорт милли кейемдәренә заказ ҡабул итәбеҙ. Ауылдаштар әлегә ярыша-ярыша тәҙрә ҡорғандары, ламбрекендар, постель кәрәк-яраҡтары тектерә, тик ултырырға ваҡыт юҡ, — тип йылмая йәш эшҡыуар.
Ағасты — япраҡ, кешене сепрәк биҙәй, ти халыҡ мәҡәле лә. Бөгөн һәр кем матур кейенергә, ыҫпай һәм бөхтә күренергә, шулай уҡ моданан ҡалышмаҫҡа тырыша. Әммә барыһы ла үҙенең кәүҙә төҙөлөшөнә тап килгән кейем-һалымды кибеттәрҙән йәки баҙарҙан таба алмай. Тап ундайҙарға тегенсе ярҙамы һәм кәңәше талап ителә лә инде. Тимәк, яңы эш башлаған Рәфиә Солтанова­ның киләсәктә клиенттарының күп булырына ышаныс ҙур. Тегенсегә фәҡәт ҡулдарынан һөйөнөп, эшенән йәм табып йәшәргә ҡала.




Вернуться назад