Рәсәй киноһы йылында Башҡортостан яңы асылған кинозалдар буйынса алдынғылар иҫәбенә инде. Күптән түгел Учалы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике кинотеатр, Күмертауҙа иһә ике заллы кинотеатр асылды. Учалыла — 37,5 мең, Дүртөйлөлә 31 меңгә яҡын кеше йәшәй. Хәҙер улар үҙебеҙҙең, сит ил фильмдарын 3D форматында ҡарау мөмкинлегенә эйә. Күмертауҙағы “Таусы” кинотеатрына бер ай эсендә генә 10 меңдән ашыу тамашасы килгән. Тимәк, киноға ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Бәләкәй ҡалаларҙы кинофикациялау программаһына ярашлы, Рәсәй киноһы йылы башынан алып 67 кинозал асылған. Йыл аҙағына тиклем бәләкәй ҡалаларҙа тағы ла 143 заманса объектты сафҡа индереү күҙаллана. Яңы кинозалдар асыу һаны буйынса алдынғылар иҫәбенә, Башҡортостандан тыш, Свердловск өлкәһе лә инә.