Киҙеүгә ҡаршы прививка яһаттыңмы?21.09.2016
Башҡортостанда киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса халыҡты иммунизациялау дауам итә.
Төбәктә 190 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән 14 мең балаға прививка яһалған да инде. Эш биреүсе, страховка компанияһы һәм башҡа сығанаҡтар иҫәбенә ике мең кеше вакцина алған.
Прививкалар йәшәгән йәки эшләгән урын буйынса, балаларға иһә белем биреү учреждениеларында бушлай эшләнә. Быйыл белгестәр 1,2 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһарға ниәтләй, был республика халҡының 30 процентын тешкил итә. Тәү сиратта уҡытыусыларға, медицина, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт һәм йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән өлкән кешеләргә прививка эшләнә.