Алтынға тиң ғүмер21.09.2016
Сибай педагогия колледжы ҙур абруй ҡаҙанған уҡытыусылары менән элек-электән хаҡлы ғорурланып килде. Бында үҙ эшенең бөтә нескәлеген белгән, уҡытыусы һөнәренә бөйөк тә, изге лә, яуаплы ла хеҙмәт тип ҡараған педагогтар эшләне һәм әле лә шулай.


Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина ла беҙҙең училищела 19 йыл эшләү дәүерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы: һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр юлында булған талантлы педагог яңыса уҡытыу алымдарын үҙләштереү, халыҡ педаго­гикаһын ҡулланыу, башҡорт фольклорын үҫтереү, йәштәрҙе әҙәбиәт, сәнғәт донъяһына ылыҡтырыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Сибай педучили­щеһында ошо йәһәттән тупланған бай тәжрибәһе, белеме уның кандидатлыҡ диссертацияһында ла сағылыш тапты.
Училищела Рәсимә Ураҡсинаның тырышлығы, көсө менән мини-театр эшләп килде. Унда студенттар драматург, актер булып сығыш яһаны. Уның етәкселегендә тәүге сәхнә ролдәрен башҡарған уҡыусыһы Алһыу Бәхтиева – хәҙер үҙе профессиональ актриса.
Студенттар өсөн күренекле яҙыу­сылар менән осрашыуҙар, төрлө кисәләр үткәреү, Урал аръяғы райондары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы мәктәптәре менән бәйләнеш булдырыу – былар барыһы ла Рәсимә Ураҡсинаның тынғыһыҙ хеҙмәт емештәре. Беҙ әле лә Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Тайфур Сәғитов, Тамара Ғәниевалар менән осрашыуҙарҙы һағынып иҫкә алабыҙ.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы уҡытыу­сылар араһында ижади, профессиональ бәйгеләр үткәреү башланғысына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булды. Республика күләмендәге “Йыл уҡытыу­сыһы” бәйгеһенең беренсе лауреаты, һуңынан ошондай конкурстарҙың сценарий авторы, алып барыусыһы булып сығыш яһаны...
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерация­һының мәғариф отличнигы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡси­наның арабыҙҙан китеүенә бер йыл тула. Алтынға бәрәбәр тос емештәр, лайыҡлы хеҙмәт, бай тәжрибә, күңел ҡиммәттәре менән йәшәне хөрмәтле коллегабыҙ. Уның хаҡындағы яҡты, йылы хәтирәләр күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр.



Вернуться назад