Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында Зөфәр Йосоп улы Садиҡовты хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Киномеханик һөнәренә мөкиббән бирелгән намыҫлы хеҙмәткәр ине ул. Зөфәр ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә ун ике йыл булып киткән, ләкин ауылдаштары хәтерендә ул һаман да йәшәй.Ғаиләлә алты баланың иң кесеһе була ул. Етенсе класты тамамлағас, Бәләбәйҙә киномеханик һөнәрен үҙләштереп ҡайта. Күсмә аппаратура менән ауылдан ауылға кино ҡуйып йөрөй. Һуңғараҡ һәр ауыл стационар киноҡоролма менән тәьмин ителә. Зөфәр ағай үҙ ауылында эшләй башлай. Джемма Зәки ҡыҙына өйләнеп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡырҡ ике йыл ғүмерен бирә ул кино хеҙмәтенә. Бик күп почет грамоталары менән бүләкләнә, эшендә бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетә. Нимәгә тотонһа ла, ҡулдары алтын ине Зөфәр Йосоп улының. Киноны ла көнөнә өсәр сеанс ҡуйыр ине, 220 урынлыҡ мәҙәниәт йорто һәр саҡ тулы булды. Нәфис фильмдарҙан тыш, тематик картиналарҙы ла халыҡ яратып ҡараны.
Ярҙамсыһы Фәйрүзә Ҡыямова беҙҙең ауылға килен булып төштө. Йыраҡ Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫкән, нескә талдай нәфис башҡорт ҡыҙы уңғанлығы, тырышлығы менән беҙҙең ауылда бик тиҙ үҙ кеше булып китте. Ул йылдарҙа клубтар гөрләп торҙо шул. Киноға ла ихлас йөрөнөләр. Балалар өсөн махсус рәүештә ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр ҙә күрһәтелер ине, ауыл эшсәндәре, төрлө белгестәр өсөн документаль фильмдар йыш килтерелде.
Кино бөтөүгә бара ине инде, Фәйрүзә Хөбөтдин ҡыҙы, республика конкурсында еңеп, “2009 йылдың иң яҡшы киномеханигы” исеменә лайыҡ булып ҡайтты. Белеүемсә, был һуңғы конкурста ҡатнашыуы ине шикелле. Фәйрүзә Ҡыямова бөгөн хаҡлы ялда, тормош иптәше Барис менән гөрләтеп донъя көтәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто тоталар, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Лилиәнең үҙ тормошо, өс ҡыҙы бар.
Шул уҡ йылдарҙа беҙҙә Сәфинә Вәкилева билет һатыусы булып эшләне. Сер түгел, билет һатыусының хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Сәфинә апайҙың тырышлығы менән дә, репертуарҙың ҡыҙыҡлы, төрлө булыуы арҡаһында ла был бәләкәй генә татыу коллектив планды гел генә 100 – 150 процентҡа үтәй торғайны. Үҙенең игелекле күңеле менән айырылып торған Сәфинә апайыбыҙ ҙа киноға ҡырҡ йыл ғүмерен бағышланы.
Эйе, бар ине заманалар. Халыҡ, киноға тип, дәррәү клубҡа ағылыр ине, аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән айырылып тороп, экранда барған ваҡиғалар диңгеҙенә сумыр, фильм геройҙары менән бер дәүерҙә йәшәр ине…