Өфө вольерында — “бәпес туйы”21.03.2012
Өфө вольерында быйыл һигеҙ айыу балаһы тыуған. Бер айыу – бер, икенсеһе – өс, өсөнсөһө дүрт тайыштабанға әсәй булған. Бындай хәл тәбиғәттә һирәк була, ти белгестәр.
Яңы тыуған айыуҙарҙың барыһы ла һау-сәләмәт. Иң ҙурының ауырлығы 15 килограмға еткән. Бәләкәстәрҙең барыһы ла айырым “балалар баҡсаһы”нда йәшәй, һөт һәм бутҡа менән туҡлана. Әҙерәк үҫкәс, уларҙың дүртәүһен циркка, ҡалғандарын зоопаркка аласаҡтар.


Вернуться назад