Рөстәм Хәмитов депутат мандатынан баш тартты20.09.2016
Рөстәм Хәмитов депутат мандатынан баш тартты
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты мандатынан баш тартты. Һайлау йомғаҡтарына арналған брифинг барышында ул ошо турала белдерҙе.
— Пландарыма килгәндә, республикала эшемде дауам итергә теләйем. Ике йыл элек кенә халыҡ мине Башҡортостан Башлығы итеп һайланы. Уларҙың ышанысын аҡларға тейешмен. Вәкәләттәрҙе ваҡытынан алда һалып, ҡайҙалыр китеү тураһында бер ҡасан да уйлағаным булманы, — тине төбәк етәксеһе. — Алда ҡатмарлы эш көтөүен аңлайым. Хәл ителмәгән мәсьәләләр күп. Йәшерен темалар, яйға һалыуҙы талап иткән проблемалар бар. Үҙ иңемә алған йөкләмәләрҙе үтәп, артабан да эшләргә ниәтләйем. Яңы һайлауға тиклем тағы ла өс йыл бар. Шуға күрә Башҡортостаныбыҙ, республика халҡы файҙаһына мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешмен. Бергәләп беҙ тау аҡтарырбыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ.


Вернуться назад