Эй ҡыуаныр ине Ямних ағай...20.09.2016
Эй ҡыуаныр ине  Ямних ағай... Алабейә тауында гөр килеп сана шыуған малайҙарҙың тауыштары сала-сарпы Ямних ағайҙың ҡолағына салынды.
– Бөгөн кино буламы?
– Була! Ямних бабай бая уҡ Егәҙенән ҡайтты.
– Ниндәй икән?..


Ямних ағай көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡайҙан бөтәһен дә белеп торалар, шилмалар. Ауылда берҙән-бер сара шул – кино. Ауыл һәүәҫкәрҙәре, уҡыусылар ара-тирә концерт ҡуялар-ҡуйыуын, ә кино көн һайын тиерлек.
Быйылғы Кино йылы өсөн эй ҡыуаныр ине Ямних ағай.
– Яраған-яраған, ҡалай шәп булған, – тип һәр ваҡыттағы хуплау һүҙен әйтер ине. Ул бит 30 йылдан ашыу төпкөл Баҡый ауылында берҙән-бер киномеханик булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улы Нурислам, атаһын һөйөндөрөп, был эште дауам итте.
Әйтеүе генә еңел, аҙмы-күпме цивилизация булған Егәҙенән 20 – 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда кино күрһәтеү өсөн аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр почтаға килергә кәрәк, ә уныһы – Егәҙелә. Юлы гел таҡыр булмай: йә буран, йә ямғыр-батҡаҡ, йә һыу баҫа. Машина тураһында һүҙ ҙә юҡ. Гел атта – сана ла арба, ҡайһы саҡта һыбай йөрөлә, кинобанкаларҙы артмаҡлайһың да әйҙә инде тауҙар аша, өҫтәүенә электр уты юҡ, аппарат движок менән эшләй, ә уға бензинын тейәргә кәрәк. Бына шундай ҡыйын­лыҡтар ҙа ҡурҡытмай Ямних ағайҙы, ауылдаштарының кино көткәнен белеп, һуңлап-арып ҡайтһа ла, яңы фильм күрһәтә. Движогын, аппаратын тейәп күрше Һаралы ауылына ла китә. Алдан уҡ фильмдарҙың плакаттарын алып ҡайтып элә, ара-тирә йөкмәткеһен дә һөйләй. Шулай итеп халыҡты ылыҡтыра. Һөҙөмтәлә клуб шығырым тула. Уның план үтәмәгән сағы булмай. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Шуғалыр 1990 йылда Ямних Зекерйә улына “Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән почетлы исем бирелә. Хаҡлы ялға оҙатҡанда ла райондың кино селтәре дирекцияһы уны ябай пенсионер итеп түгел, ә шәхси пенсионер итеп ебәрмәксе була, тик был төр пенсия бөтөрөлөп ҡуя.
Күп йылдар ауыл Советы, район Советы депутаты, партия ойошма­һының алыштырғыһыҙ секретары вазифаларын да үҙ иңендә намыҫлы йөкмәй. Халыҡҡа ихлас ярҙам итә. Концерттар, кисәләр була икән, клубты движогы менән яҡтырта, хатта ауылда туй-фәлән, ҙур ҡунаҡ йыйыл­һа, “ут” алырға уға инәләр.
Ямних Зекерйә улы сәнғәткә ғашиҡ кеше булды. 1953 йылда Өфөлә үткән һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың конкурсында дуҫы Нурислам Шәйхулов менән “Һунарсылар” бейеүен башҡа­рып, I урын алып ҡайта. Унда төшкән фотоһын балалары әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Олоғайғас та сәхнәне ташламаны. Гармунда халыҡ йырҙарын, йәшлек моңдарын өҙҙөрөп уйнағаны әле лә күҙ алдында. Бынан өс йыл элек хөрмәтле аҡһаҡал фани донъя­ларҙан китеп барҙы. Әммә йор һүҙле, ҡунаҡсыл Ямних ағай Аллаяровтың мәҙәктәрен һөйләп, уны һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.






Вернуться назад